Наши издания

«Башҡорт шағиры – Муса Ғәли»
( Шағир ижады буйынса билдә)
( Закладка по творчеству поэта)
Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһынан бик йәшләй етем ҡалған Муса Ғәли олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый. 1939 йылдан ул — Дәүләкән Башҡорт педагогия училищеһы уҡыусыһы.
1942 йылдан 1946 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
Муса Ғәли 1948-1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1952-1959 йылдарҙа “Пионер” журналы редакцияһында бүлек мөдире була, һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.
1963-1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.
Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда “Йәш төҙөүсе” һәм Дәүләкәндәге “Колхозсы” гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы “Яҡты көн” тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 50-гә яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була.
Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә лә актив эшләй. Уның А. С. Пушкиндың “Царское село иҫтәлектәре”, В. Шекспирҙың “Макбет”, үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың “Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы” тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш. Муса Ғәли әҙәби тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр менән дә матбуғатта йыш ҡына сығыш яһай.
Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар яҙыуын дауам иттерә.
Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай башҡорт дәүләт театрында ҡуйылды.
Муса Ғәли — республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ижади уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары менән бүләкләнгән.
Әҙәбиәт:
- Дәүләтбирҙина Т. Илгиҙәр шағир / Т. Дәүләтбирҙина //Ағиҙел.- 2003.- №10.- б.152.
- Абдуллина Л. Бөтәһе лә ерем хаҡында / Л.Абдуллина // Йәшлек.- 2003.- 14 окт.- б.4.
- Күзбәков Ф. Мөхәббәтле йәшәүгә мәҙхиә// Башҡортостан.- 2003.- 15 окт.- б.4.
- Карим М. Когда в горы один я уйду// Респ.Башк.- 2004.- 19 февр.-с.3.
- Докучаева А. Его поэзии медовые дожди// Респ.Башк.- 2008.- 18 окт.- с.3.
- Муса Ғәли (1923-2004). Моңло Муса шишмәләре // Ватандаш. -2015. — № 5. -б.58-60.
- Аралбай, Ҡ. Илһамлы йырҙай ижад / Ҡ. Аралбай // Башҡорт. -2013. — 26 нояб. -б.3.
«Гөлфиә Юнысова – башҡорт шағирәһе»
( Шағирә ижады буйынса билдә)
( Закладка по творчеству поэтессы)
1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуған.
1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.

1978 йылдан 1999 йылға тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире булды.
1979—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһы депутаты, Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы булды. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутат итеп һайланды.
Гөлфиә Юнысова — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2000).
2015 йылдың 2 декабрендә Гөлфиә Юнысоваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» маҡтаулы исем бирелде.
Әҙәбиәт:
1. Хәсәнова, З. «Йәшлек — һәр дәүерҙә лә заман көҙгөһө ул» / З. Хәсәнова // Йәшлек. — 2013. — 20 сент. — б.6.
2. Абдуллина, Л. Изгелеккә, матурлыҡҡ юл — әҙәбиәттән / Л. Абдуллина // Башҡорт. — 2016. — 25 нояб. — б.4-5.
3. Аралбай, Ҡ. Йырлы Дим ҡыҙы! / Ҡ.Аралбай // Башҡорт — 2018. — 7 сент. — б. 8-9.
4. Шәрипова, Н. «Алтмыш йәшкә саҡ өйрәндем, Етмеш тә килеп еткән…» / Н. Шәрипова // Йәшлек. — 2018. -14 сент. — б.12-13.
5. Юнысова, Г. Шиғриәт минең булмышымда / Г. Юнысова // Йәншишмә. — 2018. -14 сент. — б.4-5.
6. Иҙелбаева, Г. «Миндә бер сатҡы донъяла…» / Г. Иҙелбаева // Ватандаш. -2018. — № 9. — б.108 -127.
7. Ҡотоева, Г. Ҡотло булһын әҙибә / Г. Ҡотоева // Башҡ.уҡыт. — 2018. — №9. — б.1-4.
8. Ҡотлогилдина, З. Илһамлы яҙмыш / З. Ҡотлогилдина // Башҡорт. — 2021. — 17 сент. — б.8.

Писатель и краевед Александр Егоров
( Памятка )
На днях журналист, писатель, историк-краевед Александр Васильевич Егоров отметил свой 75 — летний юбилей. Он родился 17 сентября 1948 года в с. Фершампенуаз Нагайбакского района Челябинской области в семье учителя. Закончил энергетический факультет Челябинского политехнического института в 1967, исторический факультет Челябинского Государственного педагогического института в 1975 году, журналистское отделение Новосибирской высшей партийной школы в 1986 году. Работал учителем, директором средней школы, зам. редактора, а потом главным редактором районной газеты «Всходы» Нагайбакского района Челябинской области.
Александр Васильевич с 1987 года живет и работает в Белорецке. Работал редактором газеты
«Белорецкий рабочий» и корреспондентом газеты «Металлург», директором музея металлургического комбината, завучем школы № 21, заведующим отделом образования. Публикуется в местной и республиканской печати. Автор сборника рассказов «Хрупкие миры» (1994), и романа «Долгий путь к Храму» (2002).
Восстанавливает историю города и завода, изучая документы центральных, областных, республиканских архивов. Ему принадлежат вышедшие книги по истории края: историко-краеведческая работа «История Белорецка: опыт эмоционального прочтения» (1996), «Мы мечтали о жизни достойной» (2000), «Зеркало Белорецкого пруда» (2005). Принимал участие в создании «Белорецкой энциклопедии».
Литература о нём:
1. Королёва, О. Исследователь жизни : [А. В. Егоров – журналист, писатель, историк-краевед] / О. Королёва. — Текст непосредственный // металлург. – 2015. — № 38. – С. 7.
2. Разина, Е. Теплые острова Александра Егорова / Е. Разина. — Текст непосредственный // Белорецкий рабочий. – 2013. – 21 сентября. – С. 4.
3. Дивеева, Л. Долгий путь к Храму : отзывы о книге А. В. Егорова / Л. Дивеева. -Текст непосредственный // Белорецкий рабочий. — 2011. — 2 марта. — С. 5.
4. Чтобы род жил вечно : [книга А. В. Егорова «Долгий путь к храму»] // Белорецкий рабочий. — 2010. — 23 октября. — С. 2.
5. Егоров, А. В. // Белорецкая энциклопедия – Белорецк, 2007. – С. 253.
6. Нарушевич, Т. Будущее открывается тем, кто знает прошлое / Т. Нарушевич. -Текст непосредственный // Металлург. — 2007. — 1 дек. — С. 4.
7. Урцев, А. В книгах его судьба / А. Урцев. -Текст непосредственный // Белорецкий рабочий. — 2005. — 1 марта. — С. 2.
8. Тихонова, Н. А. Уметь видеть необычное / Н. А. Тихонова. -Текст непосредственный // Металлург. — 2004. — 17 янв.
9. Зимина, Н. «Хрупкие миры» : [читатель о книге] / Н. Зимина. -Текст непосредственный // Белорецкий рабочий. — 1994. — 16 июня.
10. Королева, О. Исследователь жизни : [А. В. Егоров — журналист, писатель, историк-краевед] / О. Королева. -Текст непосредственный // Металлург. — 2015. — № 38. — С. 7.

Башҡорт шағиры — Ирек Кинйәбулатов
(Билдә — закладка)
Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры һәм яҙыусыһы Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла һәм 1957—1961 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уның филология факультетын 1966 йылда тамамлай. Бынан һуң йылдан артыҡ радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала. 1968 йылда Ирек Кинйәбулатовты «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар һәм баҫманың республиканың Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала етәрлек дәрәжәлә журналист тәжрибәһе туплағас, ул редакцияла бүлек мөдире булып эшләй. 1980 йылдан «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдарында әҙәби хеҙмәткәр, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир була. 1987—1998 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй, башҡа вазифалар менән бер рәттән ижади ойошманың пропаганда бюроһын етәкләй.
Мәктәп йылдарында уҡ ҡулына ҡәләм алған Ирек Кинйәбулатов шиғриәткә армия хеҙмәтенән һәм Башҡорт дәүләт университетынан һуң, уның филология факультетында нәҡ ошо йылдарҙа бигерәк тә әүҙем эшләгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге аша килде. Радио һәм телевидение журналисына өҫтәп республикаһының төп гәзите «Башҡортостан»да үҙ хәбәрсе, артабан унда, журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләү уны тормош йәһәтенән дә, ижад юҫығынан да ныҡлы аяҡҡа баҫтырҙы. Тәүге шиғри йыйынтығы «Баҫыу юлы» (1970) менән үҙен лирик шағир итеп танытҡан әҙип, артабанғы һәр яңы шиғыр һәм поэмалар китабы менән поэтик образдар һәм формалар, шулай уҡ һүҙ байлығы, һүрәтләнгән темалары, уларҙы асыуҙа ҡулланылған образдары менән үҙенсәлекле һәм даими уҡыусыһы булған шағирҙарҙың береһенә әйләнде. Ирек Кинйәбулатов поэзияһына юғары гражданлыҡ тойғолары, нескә хислелек һәм лирик кисерештәр хас. Уҙған быуаттың һуңғы һәм егерме беренсе быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында донъя күргән «Мин — башҡорт!» (1993), «Арғымаҡта» (1998) һәм «Замана тауышы» (2008) һәм башҡа йыйынтыҡтарында шағир көнитмеш, үҙ халҡының бөгөнгө һәм киләсәктәге яҙмышы хаҡында фәлсәфәүи планда ныҡлап уйлана.
Лирик шағирҙың тиҫтәләгән әҫәрҙәренә республикабыҙҙың билдәле композиторҙары Абрар Ғабдрахманов, Нур Даутов һәм башҡалар ижад иткән йырҙарҙың бихисабы популярға әйләнгән, улар радио һәм телевидение аша йыш яңғырай.
Ирек Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре урыҫ, украин, нимес, татар, төрөк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
Поэзия өлкәһендә әүҙем һәм егелеп ижад итеүе менән бер рәттән әҙип республиканың гәзит һәм журналдарында даими рәүештә публицистик һәм тәнҡит мәҡәләләре, көнүҙәк очерктары менән сығыш яһап тора.
Юғары ижади ҡаҙаныштары һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Ирек Кинйәбулатов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бер нисә әҙәби премия, шул иҫәптән яҡташтары — Ҡырмыҫҡалы районы булдырған Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияның 2007 йылғы лауреаты. Ирек Кинйәбулатов 2016 йылдың 2 июнендә 78-се йәшендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Әҙәбиәт:
1. Абдуллина, Л. Балалар рәхмәте / Л.Абдуллина. –Текст непосредственный // Йәшлек. — 2006. — 16 февраль. — б.6
2. В твоей душе – разлив морей.- Текст непосредственный // Респ. Башк.- 2008.- 15 июль.- с.3
3. Камал, Р. Заман ауазы / Р. Камал. – Текст непосредственный // Ватандаш. — 2010.- №6.- б.162-166.
4. Андрианова, К. Миры под названием Слово / К. Андрианова. –Текст непосредственный / / Истоки. — 2012. — 1 февраль. — с.8-9.
5. Саньяров, Ф. «Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә» / Ф.Саньяров. – Текст непосредственный // Баш. уҡыт. – 2013.- № 7.-б. 3-5
6. Аралбай, К. Халыҡсан шиғриәт / К.Аралбай. – Текст непосредственный // Башҡортостан.- 2013.- 16 июль.- б.4.
7. Хәбиров, Ә. Башҡорт та ул, россиян да / Ә. Хәбиров. — Текст непосредственный // Ағиҙел. — 2013. — № 7. б.120-137.
8. Баһуманова, М. Даръя кискән шағир / М. Баһуманова .- Текст непосредственный // Ватандаш. — 2016. -№ 1. -б.197-200.
9. Юнысова, Г. Шағир күңелендә — халыҡ рухы / Г. Юнысова. — Текст непосредственный // Башҡортостан. -2017. -2 июнь. -б. 12-13.
10. Аралбай, Ҡ. Иректең иркен шиғри иле / Ҡ. Аралбай. — Текст непосредственный // Йәншишмә. -2018. -13 июль. -б.7.
«Яҙыусы Әҡлимә Сафинаның ижады»
(Иҫкәртмә — Памятка)
Сафина Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы 1948 йылда Учалы районының Сәфәр ауылында тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Учалылағы һөнәрселек училищеһында уҡый. Диплом алып, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тиҙҙән комсомол ойошмаһын да етәкләй.
Силәбе партия мәктәбендә уҡып ҡайтҡас, колхоздың профком рәйесе итеп һайлана. Ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара.
Ауыл хужалығы институтының экономия бүлеген тамамлағандан һуң, КПСС-тың Ҡыйғы район комитетында инструктор булып эшләй.
Унан һуң Сәфәр ауыл хәкимиәте башлығы булып хеҙмәт итә.
Сафина Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы яҙыусы-прозаик, 15 китап авторы, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙының әҫәрҙәре тормошсан, халыҡсан бай телле, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, ышандыра. Уның «Йәйғором — зәңгәр күҙем», «Өҙөлгән моң», «Освенцим тотҡоно», «Сәфәрем — тыуған төйәгем», «Яҙҙар көтәм», «Йәшәү йәме», «Алъяпҡыслы малай», «Их, йәшәйһе ине!», «Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме», «Майҙандарҙа бил һынаша Учалы батырҙары» һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Унан тыш, Әҡлимә Сафина автор-төҙөүсе булараҡ, «Ваҡыт беҙҙе үҙе һайланы. Учалылар -Афғанстанда», «Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы» (Зәйнулла Рәсүлев тураһында) исемле ҙур китаптарҙы сығарҙы. Әлеге ваҡытта, Әҡлимә Сафина хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан ҡала, район һәм республика кимәлендә әҙәби-мәҙәни саралар үткәреүҙә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып йәшәй. Тәнҡит, публицистик һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырған социаль мәҡәләләре район һәм республика матбуғат баҫмаларында баҫылып тора.
Мөхәмәт Хәйҙәров һәм Хәснә Юлдыбаева исемендәге премиялар лауреаты.
1968 йылда комсомолдың юбилей билдәһе һәм Рәсәй Федерацияһының статистика Дәүләт комитетының «2002 йылда халыҡтың һанын алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе менән наградлана.
Әҡлимә Сафинаның ижады тураһында әҙәбиәт:
- Юнысова, Г. Илһам сығанағым — тыуған еремдә / Г. Юнысова. -Текст непосредственный // Ватандаш. — 2018. — 3 1. -б. 92-98.
- Кәримова, Ә. Алтын сыҡҡан ерендә ҡәҙерле… / Ә. Кәримова. -Текст непосредственный // Йәшлек. — 2018. — 27 июль. — б.8.

«Герой Советского Союза – Зубай Тухватович Утягулов»
(Персональная памятка)
Стрелок 130-го гвардейского стрелкового полка 44-й гвардейской стрелковой дивизии 1-й гвардейской армии Юго-Западного фронта, гвардии рядовой.
Родился 15 сентября 1913 года в селе Бакеево ныне Белорецкого района Башкирии в крестьянской семье. В 1932-1934 годах работал в Белорецком районе лесорубом Зигазинского леспромхоза. Окончил педагогический институт в городе Уфе, работал директором Юлдашевской школы Мелеузовского района Башкирии.
В Красную Армию призван Мелеузовским райвоенкоматом Башкирской АССР в августе 1942 года. В действующей армии с ноября 1942 года. Стрелок 130-го гвардейского стрелкового полка (44-я гвардейская стрелковая дивизия, 1-я гвардейская армия, Юго-Западный фронт) гвардии красноармеец Утягулов З. Т. особо отличился 15 января 1943 года в боях за железнодорожный посёлок Донской (ныне станция Красновка Тарасовского района Ростовской области).
Закрепившись в трёх домах, 13 бойцов во главе с командиром роты гвардии лейтенантом Ликуновым И.С. отразили многочисленные атаки противника. Все попытки гитлеровцев выбить советских воинов из домов не увенчались успехом. На предложения сдаться в плен гвардейцы отвечали огнём. В бессильной злобе фашисты подожгли дома. Все отважные бойцы, в том числе и красноармеец 3убай Утягулов, погибли, сражаясь до последнего дыхания. Похоронен в братской могиле на станции Красновка.
Указом Президиума Верховного Совета СССР от 31 марта 1943 года за образцовое выполнение заданий командования и проявленные мужество и героизм в боях с немецко-фашистскими захватчиками гвардии красноармейцу Утягулову Зубаю Тухбатовичу присвоено звание Героя Советского Союза (посмертно).
Награждён орденом Ленина (31.03.1943, посмертно). У перрона станции Красновка установлен памятник 13-и Героям. В городе-герое Москве, в Центральном музее Вооружённых Сил Российской Федерации имеется стенд «Тринадцать героев Красновки». В родной деревне Героя и на здании Юлдашевской средней школы Мелеузовского района Башкирии установлены мемориальные доски.
Список литературы:
- Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (ИП Абдуллин Р,К,), 2007.- с.210.
- Подвиги их – бессмертны. — Уфа: Китап, 2000. — 400с.:ил.
- Муталлапов З. Зубай Утягулов // Урал. — 2000.- 27 апреля.- с.3.
- Шәрипов, С. Атлай Зөбәй мәңгелеккә / С .Шәрипов // Урал. — 2013. -12 сент. — б.3.
- Миһранов, Н. Атлай Зөбәй мәңгелеккә / Н. Миһранов // Йәншишмә. — 2013. — 6 дек.- б.2.
- Буранғолова, З. Намыҫыбыҙ саф булһын… / З. Буранғолова // Башҡорт. — 2014. — 12 август. — б.3.
«Герой Советского Союза – Губин Евгений Иванович»
Персональный буклет
Старший лётчик 218-го штурмового авиационного полка 299-й штурмовой авиационной дивизии 16-й воздушной армии 1-го Белорусского фронта, лейтенант.
Губин Евгений Иванович родился 25 февраля 1923 года в посёлке Тирлян Белорецкого района Башкирии в семье рабочего. Окончил 8 классов и Белорецкий аэроклуб.
В Красной Армии с апреля 1941 года, призван Белорецким райвоенкоматом Башкирской АССР. В 1942 году окончил Свердловскую военную авиационную школу пилотов. В боях Великой Отечественной войны с 26 января 1943 года.

Старший летчик 218-го штурмового авиаполка (299-я штурмовая авиадивизия, 16-я воздушная армия, 1-й Белорусский фронт) лейтенант Губин Е.И. за период с 26 января 1943 года по февраль 1944 года произвёл 82 боевых вылета, уничтожил 54 автомашины, 5 танков, 4 орудия полевой артиллерии, 29 зенитных точек, 1 склад с боеприпасами, 18 повозок, 5 пулемётных точек, 2 самолёта и до 350-и солдат и офицеров противника.
Указом Президиума Верховного Совета СССР от 1 июля 1944 года за образцовое выполнение боевых заданий командования и проявленные мужество и героизм в боях с немецко-фашистскими захватчиками лейтенанту Губину Евгению Ивановичу присвоено звание Героя Советского Союза с вручением ордена Ленина и медали «Золотая Звезда» (№ 3949).
После войны отважный лётчик-штурмовик продолжал службу в ВВС СССР. В 1948 году он окончил Тамбовские высшие авиационные курсы слепой и ночной подготовки лётчиков, а в 1955 году — Центральные лётно-тактические курсы усовершенствования офицерского состава. С 1958 года подполковник Губин Евгений Иванович — в запасе. Жил и работал в г. Куйбышеве (ныне Самара) инженером по оборудованию треста «Волгоэнергомонтаж».
Умер 5 марта 1991 года.
Награждён орденом Ленина, тремя орденами Красного Знамени, двумя орденами Отечественной войны I-й степени, двумя орденами Красной Звезды, медалями, иностранным орденом.
Список литературы о Е. И. Губине:
- Губин Евгений Иванович // Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (ИП Абдуллин Р,К,), 2007.- с.168.
- Куликов В. Ярость благородная…// Бел. раб. — 2013.- 23 февраль.- с.8
- Губин Евгений Иванович // Подвиги их – бессмертны.- Уфа: Китап, 2015.- с. 104.
«Ғайса Хөсәйенов ижады«
(Иҫкәртмә — Памятка)
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.
1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Гайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.

1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.
Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.
Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.
Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.
Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.
Әҙәбиәт:
- Нәҙерғолов, М.Х. Фән вә әҙәбиәт уҙаманы / М.Х.Нәҙерғолв // Башҡ.уҡыт. — 2018. -№ 4.- б.17-20.
- Кунафин, Г. Великий путешественник в мир науки и литературы // Г.Кунафин // Ватандаш. – 2018. — № 3.- с.3-13.
- Надергулов, М. Патриарх национальной науки/ М.Надергулов // Ватандаш. — 2018.- № 4.- с.3-6.
- Нурғәлин, З. Быуаттар менән үлсәне/ З.Нурғәлин // Башҡорт. — 2018. — 27 апрель. — б.13.
- Исхаҡов, Р. Әҙәбиәт ғилеменең аҡһаҡалы / Р.Исхаҡов // Ағиҙел. — 2018.- № 4.- б.179-181.
- Санъяров, Ф.Б. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың философик ҡараштары / Ф.Б.Санъяров // Башҡ.уҡыт. — 2021.- № 2.- б.3-8.
- Оло юғалтыу…[Ғайса Хөсәйенов баҡыйлыҡҡа күсте] // Йәшлек. — 2021.- 30 июль. -б.9.
- Ғайса Хөсәйенов // Ағиҙел. -2021.- № 12.- б.182.

Уның ижадында халыҡ рухы.
В ее творчестве народный дух.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә, драматург Зәйнәб Биишеваның юбилейына арналған библиографик исемлек
Библиографический список, посвященный жизни и творчеству башкирского народного писателя Зайнаб Биишевой
Биографияһы: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, шағирә, тәржемәсе Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева (15.01.1908–24.08.1996) Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған. Яҙмыш уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй, ныҡлыҡҡа һынай. Иртә етем ҡала, 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Күп нәмәгә үҙ аллы эйә була. Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр. Уның менән бер үк ваҡытта был техникумда буласаҡ яҙыусы-сатирик Сәғит Агиш та уҡый.
Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. Нескә лирик, уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм йыр булып китә. Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе. Зәйнәп Биишеваның Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан.
Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда «Пионер» журналында баҫыла. Ә тәүге «Партизан малай» тигән китабы 1942 йылда сыға.
40–60-сы йылдарҙа уның «Көнһылыу», «Сәйер кеше», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Уйҙар, уйҙар…», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» кеүек киң билдәле китаптары баҫтырыла. Әммә уның иң төп әҫәре – «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» һәм «Емеш» романдары. Был трилогияһы өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы тапшырыла.
1996 йылдың август аҙағында уның ҡулынан ҡәләме төшә.
Биография: Биишева Зайнаб Абдулловна родилась 2 января 1908 года в деревне Туембетово Кугарчинского района РБ. Умерла 24 августа 1996 года в городе Уфа.
З.А. Биишева окончила Оренбургский башкирский педагогический техникум (институт народного образования). После завершения обучения, в 1929—1931 годах работала учительницей в школе села Темясово Баймакского района. В 1931 году, после окончания Уфимских курсов повышения квалификации, работает редактором Башкирского книжного издательства и журнала «Пионер», в нём в 1930 году был опубликован первый рассказ Зайнаб Биишевой «Среди водопадов».
В 1941 году вышла первая книга «Мальчик-партизан». З.А. Биишева — член Союза писателей СССР с 1946 года. С 1953 года — профессиональный писатель. Издано более 60 её книг на языках народов России и мира.
О жизни и творчестве З. Биишевой в книгах:
- Ғәйнуллин, М., Хөсәйенов, Ғ. Башҡорт Совет яҙыусылары. – Өфө: БКН, 1967. – 464 б.
- Гайнуллин, М., Хусаинов, Г. Писатели Советской Башкирии: Библиографический справочник / М. Гайнуллин, Г. Хусаинов. – Уфа: БКИ, 1969. – 408 С.
- Башҡорт поэзияһы антологияһы. – Өфө: БКН, 1971. – 688 б.
- Байымов, Р. Ижади биҙәктәр. – Өфө: БКН, 1977. – 240 б.
- Ғәйнуллин, М., Хөсәйенов, Ғ. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. Икенсе баҫма. — Өфө: БКН, 1988. – 400 б.
- Бикбаев, Р. Шағир һүҙе – шағир намыҫы: ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр / Р.Бикбаев. – Өфө: «Китап», 1997. – 512 б.
- Килмөхәмәтов, Т. Халыҡсанлыҡ көсө: Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар / Т. Килмөхәмәтов. – Өфө: БКН, 1998. – 464 б.
- Биишева, З. Жизнь и творчество. Фотоальбом (на башкирском и русском языках) – Уфа: Китап, 1998. – 240 с.
- Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып ΧΧ быуат аҙағына тиклемге осор. – Өфө: БКН, 2001. – 816 б.
- Шәкүр, Р. Арҙаҡлы башҡорттар: Ғилми – биографик очерктар / [Тулыландырылған 2 – се баҫма]. – Өфө: Китап, 2005. – 376 б.
- Писатели земли башкирской: Справочник / сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. – Уфа: Китап, 2006. – 496 с.
- Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. – Уфа: Китап, 2007. – 456 с.
- Зәйнәб Биишева. Уҡытыусыға ярҙамға/ Төҙ., баш Һүҙ авт. Ф. Б. Юнысова (ғилми хеҙмәткәр); яуаплы мөх. ф.ф.к. М. Х. Нәҙерғолов.- Өфө: БР ММ РУҒМY, 2007.- 64 бит.
- Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева: Зәйнәб Биишева тураһында хәтирәләр / [төҙ. И. Кинйәбулатов, Ғ. Хисамов; рәс. А. Василов, С. Ефименко]. — Өфө: Китап, 2008. — 360 бит.: портр., 24 б. :фото.
- Зәйнәб Биишева. Тормошо һәм ижады: фотоальбом. — Өфө: Китап, 2009.- 256 б.
- Зәйнәб Биишева. Мәҡәләләр, ижади портреттар, иҫтәлектәр, ҡәләмдәштәренең һәм яҡындарының хәтирәләре / [төҙ. Ҡ. Ә. Аралбаев]. — Өфө: Китап, 2017.- 272 б.
Статьи из периодических изданий о З. Биишевой:
- Ҡунафин, Ғ. Ижадында – халыҡ рухы: Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙына 80 йәш / Ғ. Ҡунафин // Ағиҙел. – 1988. — № 1. – Б. 120 – 127.
- Биишев, Ғ. Ғүмер ярсыҡтары: Зәйнәб Биишева тураһында иҫтәлектәр / Ғ. Биишев // Ағиҙел. – 1994. — № 6. – Б. 131- 146; № 7. – Б. 139 – 156; № 8. – Б. 96 – 113; № 9. – Б. 153 – 166; № 10. – Б. 133 – 149; № 11. – Б. 127 – 138.
- Шәкүр, Р. Зәйнәб Биишева / Р. Шәкүр // Шоңҡар. – 1996. — № 6. – Б.136 – 138.
- Киньябулатов, И. Память в сердцах: [Посвящается З. Биишевой] / И. Киньябулатов // Истоки. – 1998. — № 1. – Б. 15.
- Байбулатов, Р. Талант һәм ҡаһарманлыҡ /Р. Байбулатов // Ағиҙел. – 1998. — № 1. – Б. 177 – 179.
- Валитов, И. Ее книги – это целый мир, удивительный и неповторимый: О З. Биишевой / И. Валитов // Изв. Башк. – 1998. – 15 янв.- С. 2.
- Әмирханова, Ф. Кеше күңеле диңгеҙ бит ул / [З. Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» хикәйәтен анализлау] / Ф.Әмирханова // Башҡ.уҡыт. – 2006. — № 10. – Б. 41 – 43.
- Килсенбаева, Р. Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы / Р. Килсенбаева // Башҡ.уҡыт. – 2007. — № 5. – Б.39 – 41.
- Шәкүр, Р. Яҡтылыҡты яҡлап йәшәне / Р. Шәкүр // Башҡ. – 2007. – 31 окт. – Б. 3.
- Юнысова, Г. Зәйнәб Биишева тура һүҙле булды, шул уҡ мәлдә мөләйем дә, ихлас та ине ул: [Онотолмаҫ осрашыуҙар, иҫтәлектәр] / Г. Юнысова // Аҙна. – 2007. – 15 нояб. – Б. 4 – 5.
- Әҙибәнең хаттары: Зәйнәб Биишеваның тыуыуына – 100 йыл // Башҡортостан. – 2007. – 20 дек. – Б. 3.
- Вәлитов, О. Бөйөклөккә юл / О. Вәлитов // Башҡортостан. – 2007. – 25 дек. – Б. 4.
- Килмөхәмәтов, Т. Кешесә бәхетле булды / Т. Килмөхәмәтов // Башҡортостан. – 2007. – 27 дек. – Б. 3.
- Ҡотлогилдина, З. Йөрәк йылыбыҙҙы биреп еткерҙекме: [Халыҡ яҙыусыһы З. Биишева хаҡында иҫтәлектәр] / З. Ҡотлогилдина // Башҡортостан. – 2008. — 3 5ин. – Б 4.
- Камал, Р. Мөхәббәтебеҙ сере нимәлә: [З. Биишева ижады үҙенсәлектәре] / Р. Камал //Башҡортостан. – 2008. – 3 ғин. – Б. 4.
- Аралбай, К. Ҡаһарманлыҡ: [З. Биишева ижады хаҡында] / К. Аралбай // Башҡортостан. – 2008. – 3 ғин. – Б. 4.
- Алибаева, С. Памятные встречи: 100 – летие со дня рождения З. Биишевой / С. Алибаева // Истоки. – 2008. – 3 янв. – С. 3.
- Филиппов, А. Цветут нарциссы… / А. Филиппов // Истоки. – 2008. – 3 янв. – С. 14
- Ғәббәсова – Буранғолова, З. Зәйнәб апай янында / З. Ғәббәсова – Буранғолова // Йәшлек. – 2008. – 3 ғин. – Б. 6.
- Биишева, Л. Тормошо уның ҡайнар усаҡ кеүек: [З. Биишеваның тыуыуына — 100 йыл]/ Л. Биишева // Йәшлек. – 2008. – 3 ғин. – Б. 6.
- Аҡъюлов, И. һәр кемгә сләм биреп ҡала: [З. Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәт һәм З. Биишева исемендәге премия лауреаттары хаҡында] / И. Аҡъюлов // Башҡортостан. — 3 ғин. – Б. 3.
- Булатов, И. Ҡәләмдәштәр осрашты: [З. Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби кисә хаҡында] / И. Булатов // Башҡортостан. — 3 ғин. – Б. 3.
- Бура6аева, М. Остазым да, таянысым да, йыуанысым да – халҡым..: [З. Биишева хаҡында] / М. Бура6аева // Башҡортостан. — 3 ғин. – Б. 2
- Бикбаев, Р. Талант балҡышы / Р. Бикбаев // Башҡортостан. – 2008. – 3 ғин. – Б. 2.
- Назар, Х. Рухыбыҙ йондоҙо / Х. Назар // Башҡортостан. – 2008. — 3 ғин. – Б. 1 – 2.
- Шәрипов, С. Бейек тауҙар бер – береһенә оҡшамай / С. Шәрипов // Башҡортостан. – 2008. – 3 ғин. – Б. 3.
- Николенко, И. Ей даже генералы отдавали честь. В жизни Зайнаб Биишева была уязвимой маленькой женщиной, но очень стойким человеком. / И. Николенко // Респ. Башк. – 2008. – 19 янв. – С.3.
- Валитов, О. Выдающаяся дочь Башкортостана / О. Валитов // Истоки. – 2008. – 23 янв. – С. 1.
- Киньябулатов, И. Память в сердцах: Патетическая ода (Посвящается памяти З. Биишевой) / И. Киньябулатов // Истоки. – 2008. – 23 янв. – С. 7
- Зәйнуллин, М. Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле: [З. Биишева әҫәрҙәрендә телгә, илгә булған мөхәббәт] / М. Зәйнуллин // Башҡортостан. – 2008. – 23 ғин. – Б.3.
- Аҡъюлов, И. Яҡтылыҡ йырсыһына арналған: [«Халыҡ яҙыусыһы З. Биишева» исемле яңы сыҡҡан китап хаҡында] / И. Аҡъюлов // Башҡортостан. – 2008. – 23 ғин.- Б. 3.
- Мәжитов, Р. Мәңге халыҡ күңелендә / Р. Мәжитов // Башҡортостан. – 23 ғин. – Б.3.
- Мөхәмәтйәнова, Р. Исемкәйе – халыҡ телендә: [Күгәрсен районында үткән ғилми – ғәмәли конференция хаҡында] / Р. Мөхәмәтйәнова // Йәшлек. – 2008. – 29 ғин. – Б.2.
- Аҙнағолова, Л. Ҡурай ул – моң: [З. Биишеваның тыуыуына – 100 йыл / Р. Аҙнағолова // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2008. — № 1. – Б. 13.
- Аҡманов, Б. Яҙыусы һабағы / Б. А6манов // Башҡортостан. – 2008. – 29 ғин. – Б. 4.
- Кильмухаметов, Т. Талант. Труд. Мудрость: [К 100 – летию народного писателя Башкортостана З. Биишевой] / Т. Кильмухаметов // Ватандаш. – 2008. — № 1. – С. 51.
- Хөсәйенов, Ғ. Димсе апайыбыҙ: [З. Биишева хаҡында иҫтәлектәр] / Ғ. Хөсәйенов // Башҡ. ҡыҙы. – 2008. — № 1. – Б. 18.
- Мәжитов, Р. Ил инәһе: [Халыҡ яҙыусыһы З. Биишева] / Р. Мәжитов // Ағиҙел. – 2008. — № 1.- Б. 9.
- Вәлитов, О. Башҡортостандың бөйөк ҡыҙы: [З. Биишева – ΧΧ быуат башҡорт классикаһының көҙгөһө] / О. Вәлитов // Ағиҙел. – 2008. — № 1. – Б. 12.
- Биишева, Л. Халыҡ әҙибәһенең шәжәрәһе: [З. Биишеваның ырыуы, нәҫеле хаҡында мәғлүмәт] / Л. Биишева // Ағиҙел. – 2008. -№ 1. – Б. 19.
- Таһирова, Ә. Сал бөркөт саңҡыуы / Ә. Таһирова // Ағиҙел. – 2008. — № 1. – Б. 22.
- 43. Сурина, С. Илаһи ихласлыҡ / С. Сурина // Ағиҙел. – 2008. — № 1. – Б. 29.
- Яҙыусы хаҡында ҡәләмдәштәре: [З. Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата] // Ағиҙел. – 2008. — № 1. – Б. 35.
- Кинйәбаев, Ю. Донъя кимәленә күтәрҙе / Ю. Кинйәбаев // Башҡортостан. – 2008. – 2 февр. – Б.1.
- Николенко, И. Если в ясной душе соловьи свили гнезда: [Быть писателем, поэтом, драматургом, матерью троих детей, женой, рукодельницей могла только З. Биишева] / И. Николенко // Респ. Башк. – 2008. – 6 февр. – С. 7.
- Буракаева, З. Не дает покоя творчество. / З. Буракаева // Уфа. – 2008. – № 2. – С. 50.
- Чураева, С. Знак почета / С. Чурева // Бельские просторы. – 2008. — № 1. – С. 94.
- Азнагулов, В. Служила народу, творя добро / В. Азнагулов // Истоки. – 2008. – 13 февр. – С. 11.
- Латипов, И. Халыҡ яҙыусыһын ололап / И. Латипов // Йәншишмә. – 2008. – 15 февр. – Б. 4.
- Балтабаева, Г. Булмышы – ижадында, рухы – халҡы йөрәгендә / Г. Балтабаева // Башҡортостан. – 2008. – 19 февр. – Б. 1 – 2.
- Абдуллина, Л. Йәшәү бәхете – илең, хал6ың өсөн, хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта / Л. Абдуллина // Йәшлек. — 2008. – 21 февр. – Б.5.
- Бураҡаева, М. Һоҡланғыс шәхес булды З. Биишева / М. Бураҡаева // Йәшлек. – 2008. – 21 февр. – Б. 4.
- Ғиниәтуллина, Л. Архивтағы шәхси фонды: [З. Биишеваның шәхси фонды] / Л. Ғиниәтуллина // Йәшлек. – 2008. – 21 февр. – Б. 5.
- Бикбаев, Р. Милләт мөхөббөте: [З. Биишеваның тыуыуына – 100 йыл] / Р. Бикбаев // Башҡортостан. – 2008. – 22 февр. – Б. 3.
- Миңлебаева, З. Баш эйергә килдек әҙибәгә / З. Миңлебаева // Йәншишмә. – 2008. – 27 февр. – Б. 4.
- Кильмухаметов, Т. Творческий подвиг Зайнаб Биишевой / Т. Кильмухаметов // Респ. Башк. — 2010. — 15 янв.-2 с.
- Поварисов, С. Баш6орттоң баллы һүҙе: [Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә тел байлығы] / С. Поварисов // Ағиҙел. — 2012.- №1.- Б. 141.
- Сибәғәтов, Ф. «Кешесә бәхетле булдым, яндым-көйҙөм кешесә…» / Ф. Сибәғәтов // Баш.уҡыт. — 2013.- №1.- Б.9-13.
- Ганиева, Т. Единственная и неповторимая / Т.Ганиева // Истоки. — 2013. — 23 янв.- с.6
- Ҡотлогилдина, З. Ҡая таштай бейек, юғары, күңел ярын ҡаға йырҙары // Башҡортостан. — 2013. — 29 ғин. — Б.4.
- Ҡотлогилдина, З. Ҡая таштай бейек, юғары, күңел ярын ҡаға йырҙары // Башҡортостан. — 2013. — 30 ғин. — Б.4
- Зәйнуллин, М. Һутлы телле ижад: [З.Биишева ижады] / М.Зәйнуллин // Башҡортостан. — 2013.- 26 февр.- Б. 4.
- Зәйнуллин, М. Һутлы телле ижад / М. Зәйнуллин // Башҡортостан. — 2013.- 26 февр.- Б.4.
- Нәзиров, С. Ижады баһалап бөткөһөҙ: [З.Биишева исемендәге премия тапшырылды] / С.Нәзиров // Башҡортостан.- 2013.- 8 февр. Б.1.
- Сәмиғуллина, Л. «Кәмһетелгәндәр» романының тел-стиль үҙенсәлектәре/ Л. Сәмиҙуллина // Башҡ. уҡыт.- 2013.- № 6.- Б.3-6.
- Ганиева, Т. Единственная и неповторимая / Т.Ганиева // Пан. Башк.- 2013.- № 3 (июнь).- С. 62-63.
- Бейешева, Л.Ғ. Оло эйек ҡыҙы / Л.Ғ. Бейешева // Башҡ. уҡыт.- 2013.- № 7.- Б.6-8.
- Ғәлимйәнова, Л. Яҡтылыҡҡа өндәгән әҙибә: [З.Биишеваға бюст асыу тантанаһы уҙҙы] / Л.Ғәлимйәнова // Йәшлек. — 2016.- 21 окт.- Б. 9.
- Әминев, Т. Намыҫ менән үттең юлыңды…: [З.Биишева хаҡында иҫтәлектәр] / Т. Әминев // Ағиҙел. — 2017.- № 12.- Б. 155-171.
- Әминев, Т. Намыҫ менән үттең юлыңды…: [З.Биишева хаҡында иҫтәлектәр] / Т. Әминев // Ағиҙел. — 2018.- №.1.- Б.119-132.
- Ғиниәтуллина, Л. Талантлы яҙыусы ла, әүҙем йәмәғәтсе лә булған / Л. Ғиниәтуллина // Йәшлек.- 2018. — 26 ғин. — Б.4
- Булатова, Р. Билалда ҡалған яҡты эҙҙәр: [З. Биишева хаҡында иҫтәлектәр] / Р.Булатова // Башҡорт. — 2018.- 2 март.- Б.8-9.
- Шәрипова, З. «Йөрәк серен йәшерен тотҡан һәр саҡ ота!» / З. Шәрипова // Башҡ. ҡыҙы.- 2018.- № 1.- Б.1-2.
- Ситдиҡова, Ф.Ә. Оло Эйек ҡыҙы / Ф.Ә. Ситдиҡова // Башҡ. ҡыҙы.- 2018 .- № 7.- Б. 11-12.
- Килмөхәмәтов, Т. Сағыу әҙәбиәт баҡсаһына рәхим итегеҙ!: [З. Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» әҫәре] / Т.Килмөхәмәтов // Башҡорт.- 2019.- 4 ғин.- Б.7.
- Аҡбулатова, Ф. Быуаттарҙы тоташтырған ижад/ Ф. Аҡбулатова // Йәшлек.- 2019.- 29 нояб.- Б.7.
Библиографические издания малой формы
2022 год.
Январь
Закладка:
«Загир Исмагилов –композитор»
«Башкирский поэт Рашит Шакур»
«З. Сахипова –детям» .;
Памятка:
«Блокадный Ленинград»
«Сталинградская битва»
Февраль
Закладка:
«Рами Гарипов: биография и творчество» — 29 экз., «КБ «Туполев» — 15 экз.;
Памятка:
«Сталинградская битва» — 40 экз.
Март
Закладки:
«Рим Хасанов — композитор» — 30 экз;
«Кабир Акбашев» — 15 экз;
«Корней Чуковский детям» — 15 экз.;
«М. Мусифуллин — детям» — 15 экз;
«Фаузия Юлдашбаева — башкирский детский писатель» — 10 экз.
Апрель
Закладки:
«Национальный костюм башкирского народа» — 10 экз.;
«Х. Юлдашев — башкирский писатель» — 5 экз.
«К. Давлеткильдеев — первый башкирский художник» — 12 экз.
Май
Закладки:
«Башкирское блюдо –баурсак» — 12 экз.;
«Башкирское блюдо – зур балеш» — 12 экз.;
«Башкирское блюдо – хворост» — 12 экз;
Памятки:
«Бросающему курить» — 25 экз;
«Семь мифов о курении» — 20 экз.
Июнь
Памятки:
«Участие башкирского народа в Отечественной войне 1812 года» — 31 экз.
«Лечение –под ногами» 31 экз.
«Чистота — залог здоровья» — 31 экз.
Буклеты:
«Твои здоровые ноги» — -30 экз
«4 виды спорта для здоровья и долголетия» — 30 экз
«Спина скажет «Спасибо!» — 30 экз
Закладки:
«Гузель Ситдикова – детям» — 18 экз
«Использование лекарственных растений при лечении» — 12 экз.
«Самые полезные добавки к чаю» — 20 экз.
«10 причин, чтобы пить зеленый чай» — 25 экз
«Фиточаи» — 17 экз
Рекламный листок «Иремель – природный парк» (Библиотечный туристический маршрут) — 5 экз.
Июль
Памятка «Диля Булгакова – детям»
Закладка «Дина Талхина – для детей»
Буклет «Герой Советского Союза – Алексеев П.Ф.»
Август
Закладки: «Катиба Киньябулатова – детям»
«Р. Гимрани предлагает прочитать»
«Г. Якупова пишет для детей».
Сентябрь
Закладки:
«Победа на Куликовской битве»;
«Опасность пагубных привычек»;
«Умей сказать «НЕТ»;
«Важно знать о ВИЧ»;
«Выбор есть – он за тобой (о наркомании)»;
Памятки:
«7 мифов о курении»;
«Роковое удовольствие. Флирт со смертью»;
«Памятка бросающему курить»;
«Наркомания: какая она есть»;
«Библиотеки против наркомании»;
«Трезвый образ жизни, 10 принципов трезвости»;
«Отечественная война 1812 года»;
«Сухов И.С. – Герой Советского Союза».
Рекомендательные списки:
«Вас что отравляет»;
«Ты и алкоголь»;
«Скажи «нет» наркотикам».
Библиографическое досье «Рождающее волшебство Тансулпан Гарипова»