Г. Әхмәткужинаның «Юғалған хазина» исемле китабы буйынса «Изгелек доъяһында» исемле әңгәмә. Беседа «В мире добра» по книге Гульшат Ахметкужиной «Утерянный клад».
28 февраль көнө башҡорт яҙыусыһы Гөлшат Файзылғаянова Әхмәткужина үҙенең 75 йәшен билдәләй. Бөгөн китап уҡыусыларҙы яҙыусының ижады менән таныштырып үтәбеҙ һәм уның балалар тормошона арналған «Юғалған хазина» исемле фантастик хикәйәһенә туҡталып үтәбеҙ.
Гөлшат Әхмәтҡужина ҙәбиәттә шиғриәт, проза, драматургия жанрҙарында ижад итә. Уның шиғри героиняһы — ысын күңелдән, тормош мәғәнәһе тураһында уйланып, әсәһен яратҡан, саф күңелдән яратҡан ҡыҙ, ул һәр ваҡыт яҡшылыҡты хәтерләй, тыуған ерен ярата һәм һәр ваҡыт кешеләргә файҙалы, кәрәкле булырға тырыша. Гөлшат Әхмәтҡужинаның шиғри донъяһы — кешелек һәм яҡшы мөнәсәбәттәр донъяһы. Үҙенең драма әҫәрҙәрендә автор бер ҡасан да үҙенең тәбиғәте буйынса шағир булыуын онотмай, пьесаларҙың бөтә геройҙары ла образлы һәм сағыу, темалар һәм ҡыҙыҡлы, тамашасылар өсөн көтөлмәгән.
Г. Әхмәтҡужина төрлө жанрҙағы 30-ҙан ашыу драма әҫәрҙәре авторы. 2009 йылда Ул Республика драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе дәрәжә Премияға лайыҡ була. Г. Әхмәтҡужина пьесалары буйынса спектаклдәр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай театры сәхнәләрендә ҡуйыла.
Г. Әхмәтҡужинаның прозаһы башлыса үҫмерҙәргә арналған һәм уларҙы әхлаҡ, кешелек ҡанундары буйынса тәрбиәләй.
«Юғалған хазина» хикәйәләр йыйынтығы балаларға арналған, автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, балалар дуҫлығын һәм ҡыҙыҡһыныусанлығын күрһәтә. «Юғалған хазина» фантастик хикәйәһендә үҫмерҙәрҙең вожатый апайҙары эргәһенән китеп, ниндәйҙер икенсе мөғжизәле донъяға эләгеүҙәре тураһында бара. Балаларҙы мәмерйәнән сығарып ҡуйғас, вожатый Мәрйәм мәмерйә төпкөлөнә барып етеп, бер ишек тапҡас, унда «3000» тигән яҙыуҙы күреп ҡағыла һәм түбәнгә ҡайҙалыр осоп китә. Тирә яғында таш та тимер, бер бөртөк үлән, ҡыуаҡлыҡ юҡ.Тын алырға һауа етмәй…Тик маска кейеп кенә рәхәтләнеп тын алырға була. Ошонда уҡ малайҙар ҙа табыла.Был донъяла көлөү, йылмайыу, шатлыҡ тигән нәмә юҡ.
Был өс меңенсе йылда йәшәүселәргә шатлыҡ та, хәсрәт тә таныш түгел.
Шулай итеп, хәҙерге йәшәгән донъянан киләсәккә эләгеп, вожатый Мәрйәм һәм малайҙар шуны аңлайҙар: әгәр ҙә хәҙерге йәшәгән осорҙа үҙебеҙҙең донъябыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Өс меңенсе йылда йәшәгән ун өс йәшлек лекторҙың тауышы яңғыраны: «Беҙҙең тойғоларҙы һеҙ урлағанһығыҙ. Мираҫ итеп нәфрәт менән асыуҙы ҡалдырғанһығыҙ. Ҡайҙа беҙҙең баласаҡ? Ҡайҙа йылмайыу?! Беҙгә тәбиғәтте кире ҡайтарығыҙ. Тәбиғәт менән бергә тойғо ла ҡайтыр…».
Бына шулай бик үҙенсәлекле бәләкәй генә хикәйә бик ҙур проблеманы күтәреп сыға. Был хикәйәне уҡып сығырға тәҡдим итәбеҙ.



0 комментариев