Әҙәби — тарихи экскурс «Ике һуғыш, ике еңеү…Бородино һәм Куликово һуғыштары». Литературно — исторический экскурс «Две битвы, две победы… Бородинское сражение и Куликовская битва»

8 сентябрь көнө лицей — интернаттың 7 класс уҡыусылары менән Куликово һәм Бородино яланындағы һуғыштарға арналған «Ике һуғыш, ике еңеү» тип аталған әҙәби — тарихи экскурс үткәрелде.Сара барышында уҡыусылар 1237 йылдан алып урыҫ кенәздәре татар — монголдар иҙеүе аҫтында «Алтын Орда» дәүләтенә буйһоноп йәшәүҙәре, әммә Бөйөк Сыңғыҙхан империяһы үҙ-ара һуғышып, ығы — зығы ҡубып кәсһөҙләнеүе, ошонан файҙаланып рус кенәзе Дмитрий Донской етәкселегендә ҙур армия төҙөлөүе, һуғышҡа әҙерлек башланыуы, был ҙур һуғыштың 1380 йылдың 8 сентябрендә Куликово яланында булыуы, ике яҡтан да юғалтыуҙар бик күп булыуы, тик был һуғыш рус армияһының еңеүе менән тамамланыуы, ошо еңелеүҙән һуң татар -монгол дәүләте «Алтын Орда»ның яйлап тарҡала башлауы хаҡында тулы мәғлүмәт алдылар.
Рәсәйҙең икенсе ҙур тарихи ваҡиғаһы булып Бородино яланындағы һуғыш тураһында ла бик ҙур мәғлүмәт биреп үтелде. Был һуғыштың 1812 йылдың 7 сентябрендә булыуы, Наполеон Бонапарттың 1812 йылдың 12 июнендә үҙенең бик ҙур армияһы менән Рәсәйгә баҫып инеүе, тәүҙә урыҫ армияһы һөжүмгә ҡаршы тора алмай гел артҡа сигенеүе, император Александр I Кутузовты полководец итеп тәғәйенләгәндән һуң, уның армияны ентекләп һуғышҡа әҙерләүе һәм Бородино яланына һуғышҡа сығыуы, был һуғышта башҡорттар ҙа бик күп ҡатнашыуы, һуғыштың 12 сәғәт дауам итеүе һәм Кутузов армияһының еңеүе менән тамамланыуы тураһында белделәр уҡыусылар. Был һуғыш тарихта тәрән эҙ ҡалдырҙы, Ватан һуғышында тәүге еңеү булды.


Уҡыусылар иғтибарына «Ике һуғыш, ике еңеү…Бородино һәм Куликово һуғыштары » тип аталған видеоэкскурс тәҡдим ителде. Ошо тарихи ваҡиғаларға арналған викторинала бик әүҙем ҡатнаштылар 7 а класы уҡыусылары. Тематик китаптар күргәҙмәһе лә тәҡдим ителде, китапхана библиографы Әлфиә Зәкир ҡыҙы китаптар менән таныштырып ҡыҫҡаса байҡау яһаны, ошо тарихи ваҡиғаларға арнап эшләнгән буклеттар таратылды. Сара ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.


0 комментариев