Патриотик акциялар үтте. Прошли патриотические акции.

Д. Юлтый исемендәге башҡорт модель китатпханала Украинала барған махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға арналған «Быны һәр кем белергә тейеш», «Рәсәй өсөн! Еңеү өсөн» тип аталған патриотик акциялар Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының уҡыусылары ҡатнашлығында үтеп китте. Уҡыусылар алдында «Быны һәр береһе белергә тейеш» исемле тематик кәштәгә байҡау яһалды. Яуҙа ҡатнашҡан беҙҙең һалдаттарға нисек ярҙам итеү хаҡында, мобилизация тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелде. Был акцияның нимәгә бағышланыуы тураһында һөйләшеү алып барылды.









