Оҫталыҡ дәресе «Башҡорт кейеменең элементы — түшелдерек». Мастер — класс «Элемент национальной одежды — нагрудник».

Милли кейем — халыҡтың эске булмышы сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла.
Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханаһында башҡорт халҡының милли кейем көнө уңайынан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме түшелдерек эшләү буйынса осрашыу булып уҙҙы. Оҫталыҡ дәресен үткәреү өсөн Белорет ҡалаһының балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Мәғәфурова Гүзәл Ғафур ҡыҙы саҡырылды. Сарала Белорет лицей-интернатының 1 синыф уҡыусылары (тәрбиәсе Зилдә Әкрәм ҡыҙы Әхмәҙина) ҡатнашты.





