Башҡорт яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе Мөхөтдин Тажи ижадына арналған әҙәби флешбук тамамланды. Завершился литературный флешбук, посвященный творчеству башкирского писателя, поэта, переводчика Мухитдина Тажи.
Всем участникам выражаем благодарность за активное участие.
Быйыл Белорет еренән сыҡҡан башҡорт яҙыусыһы, Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөхөтдин Тажиҙың 120 йыллыҡ юбилейын билдәләп, уның тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт биреү, китаптары менән таныштырыу, яҙыусының әҙәби мираҫын пропагандалау, яҡты исемен тергеҙеү, уның әҫәрәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында 1-нән 30 -сы апрелгә тиклем Д. Юлтый исемендәге модель китапхана Белорет ҡалаһы — районы китапханалары араһында «Мөхөтдин Тажиҙы уҡыйбыҙ» тип аталған әҙәби флешбук ойошторҙо. Был сарала 18 китапхана ҡатнашты, күптәрендә яҙыусының китаптары булмауға ҡарамаҫтан, бик әүҙем ҡатнашты.
Әҙәби флешбукта Үҙән, Сосновка, Шығай, Исмаҡай, Ҡаһарман, Оло — Йылға, Ҡоҙғон — Әхмәр, Туҡан, Үткәл, Кағы, Хөсәйен, Инйәр, Мулдаҡай, Үҙәнбаш, Ассы ауыл китапханалары, Белорет ҡалаһынан 49- сы, 11 -се (китапхананан тыш хеҙмәтләндереү булеге) һанлы китапхана, Үҙәк китапханаһының Уҡыу залы әүҙем ҡатнаштылар.
Был китапханала эшләүсе китапханасылар Интернет селтәре аша бөтә китап уҡыусыларға Мөхөтдин Тажиҙың тормош юлы һәм ижады тураһында бөтә мәғлүмәтте алып барып еткерергә, яҙыусының исемен күтәрергә, әҙәби мираҫын пропагандалау эшен дауам итергә тырыштылар. Шул уңайҙан был флешбукта ҡатнашҡан хөрмәтле китапхана етәкселәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, уңыштар теләйбеҙ! Флешбук барышында китапханаларҙан килгән эштәр Интернет селтәрендә Д. Юлтый исемендәге китапхана битенә һалып барылды, яҙыусының матур — матур шиғырҙары, поэмаларынан өҙөктәр яңғыраны, презентациялар, буктрейлерҙар ҡаралды.
Ошондай саралар менән Мөхөтдин Тажиҙың әҙәби мираҫын һәр ваҡытта пропагандалайыҡ, уҡыйыҡ, йәш быуындар Белорет еренән сыҡҡан, уның матрулығын, кешеләрен данлаған һүҙ оҫтаһын белергә һәм иҫтә тоторға тейештәр!



0 комментариев