2024 – Год семьи
Замечательные семьи Белорецкого района и г. Белорецка
Рухлы ғаилә — милләт ҡото

Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә йолаларын хөрмәт итә, быуын-нәҫелен белергә ынтыла. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихҡа күҙ һалма, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү мәғәнәһе булған. Һәр кемдең тормош юлы тап ғаиләнән башлана. Яҡындарыңа хәстәрлек, илеңә тоғролоҡ, туған телеңә һөйөү, туғандарыңды ҡәҙерләү, олоно ололай, кесене кеселәй белеү, хеҙмәт һөйөү — барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә. Ғаиләһен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар. Иҙел башында ла балаларын милли рухта тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, мәҙәниәтте күтәргән иманлы һәм нурлы ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Белоретта йәшәүсе Зөлфиә һәм Иршат СӘЛИХОВТАР ғаиләһе.
— Балаларыбыҙҙы тыуғандан алып милли рухта тәрбиәләргә тырышабыҙ, — тиҙәр Сәлиховтар. — Улдарыбыҙҙың һәр береһенә исемде Таңһылыу Күсимованың “Башҡорт исемдәре” китабынан ҡарап, һайлап ҡуштыҡ. Исем — кешегә ата-әсәһенән бирелгән иң тәүге һәм иң ҙур бүләк.
Бала ла бит көн һайын ишеткән исеменең матур яңғырашына һөйөнөп, мәғәнәһенә ғорурланып, уны аҡлау маҡсаты менән йәшәргә тейеш. Өйҙә тик башҡортса аралашабыҙ. Өс улыбыҙҙың да теле “Әсәй”, “Атай” тип асылды. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылабыҙ. “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Урал” — өйөбөҙҙөң яратҡан ҡунағы. Төрлө байрамдарға, тыуған көндәргә лә башҡортса китаптар бүләк итергә тырышабыҙ .
Был осраҡта кешене уратып алған мөхиттең дә роле ҙур. Ҡатнаш милләтле, күпселеген рустар тәшкил иткән ҡалала йәшәгәс, өлкәндәребеҙ — Айтуған менән Азамат ҡайһы саҡүҙ-ара русса һөйләшеп китә торғайнылар. “Урамда ниндәй генә телдә һөйләшһәгеҙ ҙә, өйҙә тик башҡортса!”- тигән талап ҡуйҙыҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, аңлы рәүештә башҡортса һөйләшәләр. Өс йәшлек кескәй улыбыҙҙа “Мин — башҡорт!” тип тәтелдәгән була.
Балала милли рух, үҙаң тәрбиәләүҙең башланғысы ғаилә булһала, артабан үҫтереү өсөн милли мөхит тә кәрәк. Ошонан сығып та, улдарыбыҙға тәрбиә һәм белем алыуөсөн башҡорт балалар баҡсаһын һәм гимназияһын һайланыҡ. Азамат ҡалабыҙҙың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһының 2017 йылғы тәрбиәләнеүсеһе булһа, бәләкәй Рамазан әлеҡыуана-ҡыуана “эшкә” йөрөй. Әле Айтуған менән Азамат Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уңышлы ғына белем ала.
Зөлфиә һәм Иршат Сәлиховтар 2006 йылда ғаилә ҡора. Ғаилә башлығы Белорет янғын һүндереү часында отделение командиры булып эшләп, өлкән прапорщик званиеһында хаҡлы ялға сыҡҡан. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тап уның тураһындалыр ул. Ҡулынан килмәгән эше юҡ: ағас, төҙөлөш эшенә лә оҫта, кәрәк икән электрик та, иретеп-йәбештереүсе лә. Ә йыр-моң уның тоғро юлдашы — гармуны менән ҡурайы гел эргәһендә. Иршат Марат улы ҡаланың “Иҙел башы” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең актив ағзаһы ла. Республика, район кимәлендә үткән төрлө ҡурай конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашып, призлы урындар ҙа алып тора. Әйткәндәй, уларҙың уртансы улдары Азамат та ошо ансамбль ҡурайсыһы. Үҫмер музыка мәктәбенең ҡурай класын тик бишлегә генә тамамлаған (класс етәксеһе — әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан талантлы ҡурайсы Радмир Әхтәмов).
— Азаматтың был ансамблгә барып инеү тарихы ла ҡыҙыҡлы. Ҡала музыка мәктәбендә уҡығанда уҡ “Инеш” балалар ҡурай ансамбленә йөрөнө. Музыка мәктәбен тамамлағас, Азамат ярты йыл үҙенә урын таба алмай йөрөп, бер көн шым ғына “Иҙел башы” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Дамир Хәсәновҡа, “Мине лә ансамблгә алығыҙ әле!” тип барған. Дамир Басир улы, уны атаһы ебәргән, тип уйлаған. Ә Азамат үҙ теләге менән барған унда, хатта атаһы ла белмәй ҡалған. Һуңынан, ниңә өлкәндәр ансамбленә барырға булып киттең, тип һораһаҡ, биш йыл ҡурай уйнағандан һуң, ҡурайҙы ташлап ҡуйыуы ҡыйын миңә, тигән аныҡ яуап алдыҡ. Ҡурай уйнай белеү — башҡортлоҡтоң бер билдәһе, улымдың атаһы кеүек ҡурай уйнағанына ҡыуанам ғына. Тағы ла шуны әйткем килә, үткән йыл Азаматҡа Мәрйәм Бураҡаева ойошторған “Йәйләү” йәйге ял лагерында булыу бәхете тейҙе. Был лагерҙан ул шундай дәртләнеп, күҙҙәре осҡонланып ҡайтты. Өс аҙна эсендә әллә нисә концерт ҡуйғандар, бейеү-йырҙар өйрәнгәндәр, йолалар сәхнәләштергәндәр.Бала күңелендә башҡорт рухын үҫтереү,туған телгә, халҡыбыҙҙың тарихына һәммәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү өсөн был лагерҙың ысынлап та роле ҙур икәнен нығыраҡаңланым, — ти Зөлфиә Марат ҡыҙы.
Сәлиховтар Бөрйән районында тыуып-үҫһәләр ҙә, яҙмыш уларҙы Иҙел башына килтерә. Матур йорт һалып инәләр. Өсулға — Айтуған, Азамат, Рамазанға ғүмер бирәләр. Хужабикә “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.Зөлфиә Марат ҡыҙының мәҡәләләре матбуғат биттәрендә әленән-әле донъя күреп тора. 2017 йылда “Атай абруйы” исемле китабы ла баҫылып сыҡты . Уларҙың ғаиләһе төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба. 2021 йылда балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” — “Матур ғаилә — ил ҡото” тип аталған муниципаль район конкурсында I урын яуланылар.
Тырыш ғаилә ҡош-ҡорт үрсетергә, баҡса үҫтерергә лә ярата. Улдарын да йорт-ҡура, баҡса эшенә йәлеп итеп, эшһөйәр, маҡсатлы итеп тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Айтуған быйыл XI класты тамамлай. Бәләкәй сағынан табип булам, тигән маҡсат менән янып йәшәй ул. Ата-әсәһе кеүек өлгөр, сәмсел, аҡыллы егеттең яҡты хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тигән өмөттә ҡалабыҙ беҙ ҙә.
— Тормош иптәшемдең ҡулы алтын — өйҙәге барлыҡ йыһаздар уның ҡулы менән йыйылған, ир кеше эшләй торған барлыҡ эштәрҙең нескәлектәрен белә һәм күңел һалып, матур итеп эшләп ҡуя, — ти ғорурланып Зөлфиә Сәлихова.
Источник:
Хәмзина, Э. Рухлы ғаилә — милләт ҡото: [Белорет ҡалаһынан Сәлиховтар ғаиләһе] / Э. Хәмзина. — Текст непосредственный // Урал. — 2025. — 28 февраль. — Б. 1, 2.
Ғаилә – ул балалар. Ә барыһы бергә – БӘХЕТ.
Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә — ул беҙҙең тыуған йорт, атай- әсәй, олатай-өләсәй. Атай, әсәй ғаиләнең тотҡаһы булһа, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-береһен хөрмәт итеп, яҡлап, ҡурсалап йәшәргә тейешбеҙ.
Башҡорт халҡында ғаилә ҡоролошонда яҙылмаған ҡанундар йәшәп килә. Ғаилә башлығы баш булырға тейеш. Уның һүҙе лә үтә, ғаилә ағзалары өсөн ныҡлы терәк тә, ил-йорттоң тыныслығын, яҡындарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе лә. Ҡатын-ҡыҙҙың бурысы иһә йорт йылыһын, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау, балалар тәрбиәләү. Ғаилә йәме – бала. Шуға ла һәр ғаилә балалар тәрбиәләп үҫтерергә, нәҫелен дауам итергә бурыслы.
Мәүлиҙә һәм Хәйҙәр Аҫылғужиндар ҙа тап шундайҙарҙан. Мәүлиҙә Хәбибулла ҡыҙы Белорет лицей-интернатында эшләп, Хәйҙәр Бәхтигәрәй улы оҙаҡ йылдар Белорет металлургия комбинатының 4-се цехында мастер дәрәжәһендә хеҙмәт юлын үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡан абруйлы ғаилә. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ейән-ейәндәре менән булырға ла, тәбиғәттә ял итергә лә, тормоштоң бөтә матурлығын күрергә лә өлгөрә Аҫылғужиндар. Былтыр улар ғаиләләренең барлыҡҡа килеүенең алтын миҙгелен дә билдәләгәндәр.
Матур, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтергән ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. Оло ҡыҙҙары Гөлнара — “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”. Тормош иптәше Айрат менән үҙҙәре кеүек уңған, аҡыллы ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ләйсән Өфө нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хәҙер һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
Аҫылҡужиндарҙың улдары Юлай ҙа матур ғаилә ҡороп, хәләл ефете менән аҡыллы, инсафлы балалар тәрбиәләй. Ғаилә йәш булыуға ҡарамаҫтан, дин юлына баҫҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош юғалтыуҙарһыҙ булмай. Әлфиә ҡыҙҙарын юғалтыу ҡайғыһын да кисергән Аҫылғужиндар. Әлеге көндә улар өс ейәне һәм бер ейәнсәренән ҡыуаныс, йыуаныс алып йәшәй.
Эйе, ғаилә — ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк.
Хас күгәрсендәр төҫлө
Бөгөнгө геройҙарым — бына инде биш тиҫтә йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер үрҙәренә артылған һиммәтле ғаилә — Флүрә һәм Рәшит ШӘЙӘХМӘТОВТАРҙың да икәү-ара мөнәсәбәттәре, ҡорған тормоштары ошо күгәрсендәрҙеке төҫлө. Күңелдәре лә, ҡылған ғәмәлдәре лә, уй-ниәттәре лә юғары, пак уларҙың. Бынан 51 йыл элек ҡырпағайҙың сафлығында яралған самими тойғоларға тап төшөрмәй, бер-береһенә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт, тоғролоҡ вә ышаныс арҡылы ныҡлы нигеҙ ҡорған парҙың бар тормошо оло үрнәк.

Флүрә апай Тирлән ауылында дүрт балаға ғүмер биргән Һәнүәт һәм Хисам Солтановтарҙың татыу ғаиләһендә, ә Рәшит ағай Белоретта, өләсәһе менән олатаһы — Бибиямал Хәбир ҡыҙы һәм Ҡәйүм Мөхәмәтгәрәй улы тәрбиәһендә буй еткерә. Икеһе лә бала саҡтан тырыш, эшһөйәр, маҡсатлы булып үҫәләр. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Белорет металлургия техникумында һөнәри белем алалар. Әйткәндәй, Флүрә Хисам ҡыҙы башта Өфө дәүләт педагогия институтына уңышлы һынау тота, әммә иптәш ҡыҙҙарының имтихан тапшыра алмауы уның да Белоретҡа әйләнеп ҡайтыуына сәбәп була. Ҡыҙҙы шунда уҡ техникумдың икенсе курсына алалар.
Тап ошо осорҙа, береһе ун һигеҙен тултырған наҙлы сәскә, икенсеһе 19 йәшлек сая бөркөт саҡтарында, осраша улар. Ҡала урамы буйлап ҡустыһын оҙатып барған Рәшит ҡаршыға килгән ике ҡыҙҙы әллә ҡайҙан уҡ шәйләй. Ҡустыһының зәп-зәңгәр күҙле һылыуҙы, “Һаумы, Солтанбикә!” — тип сәләмләүенә ғәжәп ҡылғас, тегенеһе, “Солтанова ул, техникумда бергә уҡыныҡ”, — тип яуаплай. Ҡустыһын ҡайтарып, ағай кеше ҡыҙҙар артынан төшә. Улар тирәһендә ураланған малайҙарҙы ҡыуып ебәреп, йәш ҡарҙан әүәләгән йомшаҡ йомарламдар менән шаярып килә торғас, егет Флүрәнең бейәләйен тартып ала ла, иртәгә ятаҡ алдына сығып алырһың, тип ҡайтыр яҡҡа юллана. Ә бер йылдан иһә, 1974 йылдың 19 октябрендә, йәштәр өйләнешеп тә ҡуя.
Олатай нигеҙен ҡотайтып, һәүетемсә генә йәшәп алып киткән ғаиләне ырыҫ-бәрәкәткә күмеп, бер-бер артлы улдары Эльдар, ҡыҙҙары Эльвира донъяға килә. Балалары өсөн йәндәрен фиҙа ҡылып, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерһәләр ҙә, артыҡ осондороп та ебәрмәйҙәр, бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, ярҙамсыл, әхлаҡлы, итәғәтле, маҡсатлы итеп тәрбиәләйҙәр.
— Икебеҙ ҙә ғаилә ҡиммәттәрен һанлаған, олоно — оло, кесене кесе итергә өйрәткән күркәм мөхиттә бауыр ҡалҡыттыҡ. Әсәйем менән фронтовик атайым беҙҙе, дүрт баланы, заманына күрә белемле, маҡсатҡа ынтылыусан, хеҙмәт һөйөүсән итеп үҫтерҙе. Сабый ғына сағынан олатай-өләсәй тәрбиәһендә буй еткергән иптәшем дә юғары әхлаҡи сифаттарҙы һеңдергән. Оло ҡәйнәм Бибиямал Хәбир ҡыҙы менән йыл ярымдай бергә йәшәп ҡалдыҡ. Талапсан, шул уҡ мәлдә игелекле, яҡшы күңелле ине. Үҙ сиратыбыҙҙа, балаларыбыҙҙы ла кешелекле, егәрле итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Кескәй саҡтарынан уҡ йорт ҡуяндарын, ҡош-ҡортто ҡараштылар, бесән әҙерләүҙә, баҡса эштәрендә ярҙамсы булдылар. Бергәләп ял итеү, тәбиғәткә сығыу, яңы ер-һыу күреп ҡайтыу матур бер йолаға әүерелгәйне, — ти Флүрә ханым ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә тураһында һүҙ сыҡҡас.
— Ни тиһәң дә, балаларҙы өгөт-нәсихәт менән түгел, ә үҙ өлгөңдә тәрбиәләү зарур. Минең өсөн, мәҫәлән, олатай-өләсәйем һәр йәһәттән үрнәк булды. Олатайым Ҡәйүм Мөхәмәтгәрәй улы ғүмере буйы Белорет металлургия комбинатында хеҙмәт йөгөн тартҡан. Һуғыш йылдарында тәүлек әйләнәһенә тиерлек бил яҙмай эшләгәне, фиҙаҡәрлеге өсөн уны хатта Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләгәндәр. Бик тыныс, сабыр кеше булды. Өләсәй ҙә оло йөрәкле, шәфҡәтле ине. Һуғыш осоронда ат егеп, икмәк заводынан кибеттәргә икмәк таратҡан ул. Эш һуңында иһә ҙур ҡапсыҡтарҙың төбөндәге икмәк валсығын тигеҙ итеп бүлеп, үҙен дүрт күҙ менән көткән ас-яланғас күршеләренә өләшкән. Үҙемде белер-белгәндән өйҙән кеше өҙөлмәне. Эш эҙләргә йә башҡа йомош менән килгән бөтә ауылдаштар, зат-зәүер беҙҙә туҡтар булды, — тип хәләленең һүҙҙәренә ҡушыла Рәшит ағай ҙа.
Хеҙмәттәрендә лә оло хөрмәт ҡаҙанған Шәйәхмәтовтар. Рәшит Ҡәйүм улы 1970-1984 йылдар арауығында Белорет металлургия комбинатында эшләһә, артабан хеҙмәт юлын 25-се Белорет һөнәрселек лицейында дауам ҡыла. Бында 30 йыл эшләү дәүерендә ул мастер, өлкән мастер сифатында студенттарға һөнәри белем, тәрбиә бирә. 2010 йылда лицей Белорет металлургия колледжы составына ингәс, Рәшит Ҡәйүм улы уҡыу йортоноң бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Үҙ эшен белеп башҡарған, студенттар хаҡында атайҙарса хәстәрлек күргән ир-аҙаматты һәммәһе ярата, ихтирам итә. Фиҙаҡәр вә намыҫлы хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының һөнәри-техник белем биреү отличнигы” исеме (1996), күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. “Ғәйәт бала йәнле, шуға ла студенттар ҙа үҙен яҡын күрҙе. Бергәләп хоккей, футбол уйнайҙар ҙа, өшөп, асығып беҙгә килеп инерҙәр ине. Өҫтәл бәләкәй булғас, бер төркөм аш бүлмәһенән сыҡҡансы, икенселәре залда шахмат уйнай… Студенттар дәрескә йөрөмәй торһа, улар артынан районға тиклем сығып китер ине Рәшит. Айырыуса имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы хәстәрләне, уларҙың атай-әсәйҙәре менән аңлатыу эштәре алып барҙы”, — ти Флүрә апай тормош иптәше тураһында.
Флүрә Хисам ҡыҙы ла 38 йыл мәғариф өлкәһендә эшләгән: хәтһеҙ ваҡыт Белорет металлургия колледжының кадрҙар бүлегенә етәкселек итә, студенттарға тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем бирә. 1998-2007 йылдарҙа уҡыу йортоноң беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайлана. Йәмғиәт эштәренең уртаһында ҡайнаған, төрлө сараларҙың ойоштороусыһы булған, студенттарҙың үтенес-мөрәжәғәттәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаған Флүрә ханымдың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге Рәсәй, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының, Рәсәй Тау-металлургия профсоюзы төбәк ойошмаһының Почет грамоталары менән билдәләнгән.
Белем алырға, камиллашырға бер ваҡытта ла һуң түгел тигәндәй, байтаҡ хеҙмәт стажы туплаған тәжрибәле белгестәр бишенсе тиҫтәләрен ваҡлағанда студент тормошо менән дә йәшәп ала. Рәшит Ҡәйүм улына юғары педагогик белем талап ителгәс, Флүрә апай аптырап ҡалмай, ысын декабрист ҡатыны кеүек тормош иптәше менән бергә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Һәр йәһәттән өлгөр ханымды шунда уҡ курс старостаһы итеп тәғәйенләйҙәр. “Бер өйҙән дүрт студент уҡыныҡ. Эльдар менән Эльвира — Өфөлә, беҙ — Стәрлелә. Йәштәр араһында ни ҡыҙыҡ була торғайны. Гел икәү йөрөгәс, күптәр беҙҙе һөйәркәләр тип уйлаған”, — ти Флүрә Хисам ҡыҙы ихлас көлөп.
Эльдар менән Эльвира ла үҙ тәғәйенләнештәрен, парҙарын табып тормош юлынан лайыҡлы атлайҙар. Эльдар Рәшит улы Белорет медицина колледжын ҡыҙыл диплом менән тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында юғары белем алған. Хеҙмәт юлын Белорет район үҙәк клиник дауаханаһында табип-анестезиолог-реаниматолог булып башлай. Бер ғауым ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында баш табип вазифаһын да атҡара. Хәҙер иһә ике тиҫтә йыл Магнитогорск үҙәк клиник медицина-санитария часының анестезиология-реанимация бүлегенә етәкселек итә. Ошо уҡ стационарҙа бухгалтер булып эшләгән тормош иптәше Альбина Рәфил ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Элина бишенсе класта уҡыһа, Даниэль быйыл мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән.
Эльвира Рәшит ҡыҙы ла медицина өлкәһен һайлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алғандан һуң, 2003 йылда тыуған ҡалаһында табип-невролог булып эш башлай. Бөгөнгө көндә ул да Магнитогорск дауаханаларының береһендә үҙ йүнәлеше буйынса уңышлы ғына эшләп йөрөй. Хәләле Динислам Рәшит улын район-ҡалала үҙ эшен белеп башҡарған һәләтле адвокат булараҡ яҡшы беләләр. Баймырҙиндар ике балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Аделина хыялын тормошҡа ашырып, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының юридик факультетында уҡый. VI класта белем алған Вилдан да яҡшы билдәләр менән ҡыуандыра.
— Балаларҙың үҙ юлын табып, йәмғиәт өсөн файҙалы кеше булыуҙары, уңыш-ҡаҙаныштары, тормош иптәштәре менән ныҡлы нигеҙҙә аҡыллы, тәүфиҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтереүе, әлбиттә, беҙҙең өсөн иң оло бәхет. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә, ана, “өләсәй-олатай” тип өтөлөп тора, ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсылдар. Тимәк, беҙ сәскән орлоҡтарҙың тамыры ныҡ, сәләмәт тигән һүҙ. Үҙебеҙ ҙә мәлендә атай-әсәйҙәребеҙгә ҡарата хәстәрлекле булдыҡ. Оло ҡәйнәмә лә, әсәйемә лә һуңғы көндәренәсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәттек. Әсәйем беҙҙең менән 16 йыл йәшәне. Һәммәбеҙҙән риза булып, шөкөр ҡылып, бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе, — ти Флүрә Хисам ҡыҙы.
Эйе, һис шикһеҙ, тормоштары — уң, уй-ғәмәлдәре — изге, күңелдәре бөтөн Шәйәхмәтовтарҙың. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, һис кенә лә күңелһеҙләнеп, уфтанып ултырмайҙар. Флүрә апай донъя ҡотайтып, тәмле аш-һыу яраштырып кинәнһә, Рәшит ағай ғүмерлек шөғөлө менән мәж килә. Алты йәшенән алып күгәрсендәр аҫрай ул. Башта икәү генә булһа, хәҙер ҡоштарҙың һаны 102! Ниндәй генә тоҡомдары, төҫтәре юҡ! Ҡоштары менән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, миҙалдар, кубоктар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
— Тәүге ике күгәрсенде 1 тәңкәгә күршемдән һатып алғайным. Бала аҡылы менән тегеләрҙе осороп ебәргәнмен. Ә күгәрсендәр бик аҡыллы йән эйәләре, үҙҙәре йәшәгән ерҙе әллә ҡайҙан танып-белеп торалар. Теге ике күгәрсен дә элекке хужаларына ҡайтҡан бит. Үтенеп һораһам да, кире бирмәне. Шулай итеп, йәнә һатып алырға тура килде. Мәктәптә уҡығанда ла өләсәйҙең тәмлекәскә тип биргән аҡсаһын ошо маҡсат өсөн йыйып бара инем. Бына шулай, һаманғаса күгәрсендәр менән гөр киләбеҙ. Бер йәй эсендә генә 4-5 тапҡыр йомортҡа баҫалар. Сирләһәләр, үҙемсә дауалап, арыуландырып алам. Күршем дә күгәрсен тота, бер тирәлә осоп йөрөһәләр ҙә, ҡушылмайҙар, һәр кем үҙ ояһына ҡайта. Берәүһе юғалып торһа ла, борсолам, үҙ-үҙемә урын таба алмайым, — ти Рәшит Ҡәйүм улы.
Ә шулай ҙа, алтын туйҙы туйлатҡан бәхет, татыулыҡ сере ниҙә һуң? “Бер-береңә ҡарата сабырлыҡта, тоғролоҡта, алтын урталыҡ таба белеүҙә, — ти Шәйәхмәтовтар бер тауыштан. — Һәр саҡ бер-беребеҙгә терәк-таяныс булдыҡ, бер ергә лә яңғыҙ йөрөмәнек. Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға икән, тауыш күтәрмәй, өндәшмәй ҡалыуың яҡшы. Бер аҙ тынысланғас, мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә лә мөмкин. Балалар ҙа шулай тәрбиәләнгән”.
Бына шулай, бер-береһен хәстәрләп, тормош ауырлыҡтарынан, бәләләрҙән ҡурсып, бәрәкәтле, ырыҫлы ғүмер кисерә улар. Хас күгәрсендәр төҫлө…
Автор: Нэркэс Сулейманова
Счастье быть вместе: о семье Мажитовых

— Раньше мне даже в голову не приходило, что стану многодетной мамой, — говорит с улыбкой Аида Уразбаевна. – Я благодарна судьбе за такой щедрый подарок. Ведь четверо наших детей – это четыре повода для радости, поддержка и надежда помноженная на четыре!
Аида Уразбаевна родилась в Казахстане, а беззаботные детские годы прошли в поселке Зигаза Белорецкого района.
— Я была очень стеснительным и робким ребенком, — вспоминает она с улыбкой, — больше времени проводила дома, мало общалась даже с соседскими ребятами. Со своим будущим мужем, Марсом, я познакомилась в 2009 году на сабантуе в Учалинском районе. Он родом из деревни Озерный Учалинского района, через год после знакомства мы поженились, а еще через год родился наш старший сын – Азамат. Сейчас мы родители четверых детей – старший Азамат, ему 13 лет, старшая дочь Диана, ей 11 лет, и младшие – Ильяс и Ильсия.
Трое детей являются учащимися МБОУ Белорецкий лицей-интернат. Ильсия, которой недавно исполнилось 5 лет, ходит в детский сад №5. Все четверо с абсолютно разными характерами! Если Азамат спокойный, немногословный и с хитрецой, то Диана ему в противовес – шумная, добродушная, очень спортивная, всегда придумывает, организовывает что-то веселое, интересное. Ильяс, он учится во втором классе, может говорить без остановки и уболтает любого. Но вместе с этим у него математический склад ума: любит считать и собирать разные пазлы и конструкторы. Ильсия, всеобщая любимица, наша маленькая звездочка, любит танцевать, петь и наряжаться. Говорят, противоположности притягиваются, я могу сказать, что это правда на 100 процентов – смущенно улыбается Аида Уразбаевна. И правда, насколько спокойна, уравновешенна Аида, настолько же энергичен и деятелен Марс Иршатович.
— Мне повезло с мужем,- продолжает Аида Уразбаевна, — он трудолюбивый, заботливый, за ним мы как за каменной стеной. Он наш защитник и опора во всем, для детей он непререкаемый авторитет. Иногда хватает даже его строгого взгляда, чтобы успокоить расшалившихся ребятишек. Муж бывает строгим, но часто идет на компромисс. Ведь он очень любит каждого ребенка. Мы живем дружно.

Всегда готовы прийти на помощь друг другу. Азамат и Диана помогают по хозяйству. Когда мне нужно отлучиться куда-то по делам, на помощь спешит бабушка – моя свекровь. Сильно переживаю, когда дети болеют. Любимое увлечение нашей семьи – совместный отдых. Любим поездки на природу и в деревню к бабушке. С девочками увлечены разведением комнатных цветов, их у нас очень много!
Можно сказать, что я окружена детьми круглые сутки – работаю младшим воспитателем в детском саду №5. Муж с детства с техникой на «ты», будучи еще подростком летом трудился помощником комбайнера. Может вдохнуть жизнь любой технике, будь то велосипед, мотоцикл, трактор, любой автомобиль! Он многие годы проработал водителем в Абзаково, последние несколько лет работал водителем автобуса в Белорецком АТП. Когда на Украине началась Специальная Военная Операция, Марс с первых дней говорил о том, что защита Родины – долг каждого мужчины и ему стыдно находится дома, прикрываясь детьми. Вместе с друзьями несколько раз ездили в зону боевых действий – отвозили гуманитарную помощь бойцам. А этим летом он заключил контракт и поступил на службу в зону СВО. Мы очень гордимся нашим папой и желаем, чтобы он живым и здоровым вернулся к нам.
Мы мечтаем, чтобы наши дети выросли добрыми, порядочными, ответственными людьми. А рецепт семейного счастья нашей семьи прост: уметь любить, уважать, вместе трудиться и «держаться друг за дружку». А ещё – ценить и гордиться своей семьей. Жить просто, с открытым сердцем и душой.
Многодетная семья кует свое счастье своими руками. В повседневной жизни Аида и Марс привыкли рассчитывать на собственные силы. Они не ждут помощи от государства или от кого-либо. Привыкли сами зарабатывать, чтобы дети ни в чем не нуждались. Будут работать – будут достойно жить. Материальный аспект, по словам Аиды, вовсе не главное в жизни. Самое главное – это семья, близкие люди.
И в заключении хочется выразить слова благодарности чете Мажитовых за то, что они растят и воспитывают таких замечательных деток, что создали такую уютную пристань под названием родительский дом, и донести до каждого человека, что ребенок – это огромное счастье в жизни, дети действительно укрепляют семью, дают ей энергию, дарят любовь, вечное обновление и продолжение рода.
Бер хеҙмәт юлы менән
Белорет металлургия комбинатының хеҙмәт династиялары — предприятие тотороҡлолоғо һәм именлеге нигеҙе. Закировтар династияһының да дөйөм стажы 101 йыл тәшкил итә. Әммә был ғаиләнең тамырҙары комбинатҡа күптән инде һалынған: бында ғаилә башлығының һәм хәләленең атай-әсәйҙәре эшләгән.
Династия башлығы Урал Закиров — беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесенең юридик мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Ул Белорет металлургия комбинатына 43 йыл самаһы элек эшкә урынлаша. 2011 йылдан алып комбинат хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәтен, хеҙмәт бәхәстәре килеп тыуған осраҡта, яҡлай.

— 36-сы һөнәрселек училищеһында автослесарь һөнәренә уҡып сыҡтым. Практиканы комбинаттың автотранспорт цехында үттем һәм ҡулыма диплом алғас та шунда ҡалдым, — ти Урал Фәрхетдин улы тәүге хеҙмәт йылдарын хәтерләп. — Армиянан һуң йәнә комбинатҡа килдем.1-се цехҡа сым һуҙыу ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь итеп ҡабул иттеләр. 1995 йылдан эҫе участкаларҙа термик ҡорамалдарҙы ремонтлау слесаре булдым.
Урал Закиров Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының «Юриспруденция» йүнәлеше буйынса бер йыл уҡығас, 1-се ҡорос иретеү цехының комитет рәйесе итеп һайлана. 2011 йылда профком рәйесе урынбаҫары була һәм бөгөнгәсә яуаплы вазифаны биләй.
— Мин хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссияла комбинат хеҙмәткәрҙәре мәнфәғәттәрен яҡлайым, уларҙың мөрәжәғәттәренә юридик ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнәм. Минеңсә, һәр мәсьәләне һәм проблеманы хәл итеүҙә иң мөһиме — ғәҙеллек.
Спорт та тормошомда һәр ваҡыт мөһим роль уйнай. Мәктәптә саңғы ярыштары, еңел атлетика менән шөғөлләндем, ярыштарҙа ҡатнаштым, армияла ла әүҙем булдым.1988 йылда цехтың физик культура ойоштороусыһы итеп тәғәйенләнеләр. Коллективта Андрей һәм Сергей Казармщиковтар, Евгений Паньков, Анатолий Шляпников, ЕленаАнтошкина, Мәсәғүт Фазлиәхмәтов,Александр Лавров, Ольга Воробьёва,Рәйес Шәйхитдинов кеүек һәләтлеспортсылар күп булды. 90-сы йылдар предприятие өсөн ауыр булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уға тоғро ғына ҡалманыҡ, спорт мәҙәниәтен дә үҫтерҙек,комбинат спартакиадаларының бөтә төрҙәрендә лә ҡатнаштыҡ, ҡала эстафетаһында призлы урындар яуланыҡ.
Ғаилә башлығының тормош иптәше Венера Закирова комбинатҡа 2017 йылда килә. Ул һыу менән тәьмин итеү цехында һыуҙы таҙартыу аппаратсыһы булып эшләй: һыуҙы бысраҡтан таҙартыуҙы күҙәтә, фильтрҙарҙы йыуыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ насос машинисы ла: ҡабул итеү камераларында һыу кимәлен контролдә тота, “Стан-150”гә һыу биреү өсөн насос ҡорамалдарының эшен көйләй.
— Ҡала ҡаҙанлығында эшләгәндән һуң комбинатҡа эшкә урынлаштым, — ти Венера Булат ҡыҙы. — Ул ваҡытҡа предприятиела күп йылдар ирем һәм улдарым эшләй ине. Шул ваҡыттан беҙҙе ғаилә бәйләнештәре генә түгел, ә бер предприятиела эшләү бәйләй.
Венера Закирова ғаиләнең нисек барлыҡҡа килеүе тураһында ла һөйләне.
— Йортобоҙға хәрби хеҙмәттән отпускыға ҡайтҡан ике туған ағайым Рим һәм уның дуҫы Урал килде, шулай танышып киттек тә инде, — тип хәтерләй ул. — Хаттар яҙышып торҙоҡ, осраштыҡ, ә 1986 йылда өйләнештек. 19 июлдә, Металлургтар көнө алдынан, бергә йәшәүҙең 38 йыллығын билдәләйбеҙ. 1987 йылда игеҙәктәребеҙ Руслан һәм Рөстәм тыуҙы. Улдарыбыҙ лайыҡлы кеше булып үҫте, улар өсөн бер ҡасан да ҡыҙарырға тура килмәүе менән ғорурланам.
Венера Булат ҡыҙына һәр ваҡыт спорт сәме ярҙам итә. Ул 26-сы һөнәрселек училищеһында уҡығанында волейбол менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул унда сәскә үҫтереүсе-декоратор һөнәрен ала. Алған белеме баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүҙә ярҙам итә. Венера Булат ҡыҙы ғаиләһе һәм дуҫтары менән тәбиғәттә ял итергә, һәр ваҡыт ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән төрлө тәмле ризыҡтар тәҡдим итергә ярата. Балалары менән аралашыуҙа Закировтар төрлө алымдар ҡуллана, улар бер-береһен тулыландыра. Урал Фәрхетдин улы уларҙы ҡаты тота, бәләкәйҙән хеҙмәт һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Венера Булат ҡыҙы улдарына уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.
2008 йылда Рөстәм менән Руслан Белорет металлургия колледжын тамамлағас, комбинатҡа сым һуҙыусы булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында үҙҙәрен грамоталы, яуаплы, дисциплиналы хеҙмәткәрҙәр итеп күрһәтәләр, “Һөнәре буйынса иң яҡшы”лар исемен дә йөрөтәләр.
— Атайым 1-се цехта эшләй, ә беҙ дауам итәбеҙ. Олатайымдың тимер сым һуҙыу станында эшләү бәхете тейҙе, — тип йылмая сым һуҙыусы Рөстәм. — Эшкә урынлашып, ике ай эшләгәндән һуң, беҙҙе армияға алдылар. Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итеп, сержант дәрәжәһендә тыуған ҡалабыҙға ҡайттыҡ. Туған комбинатыбыҙҙа тергеҙелдек. Төп эшем — пружиналы сым, төрлө диаметрлы арҡан әҙерләү, мастер бурыстарын да башҡарам.
Бала саҡтан һалынған тәртип эштәрендә лә ярҙам итә. Йылдар дауамында тупланған тәжрибәһе Рөстәмгә юғары һөҙөмтәлелек менән төрлө продукция етештереү мөмкинлеген бирә. Руслан өлкән смена мастеры, кәрәк икән участка начальнигын да алмаштыра. Етәксе булараҡ, ул коллективында дуҫтарса мөхит булдырған, был эш бурыстарын аныҡ һәм ваҡытында хәл итергә булышлыҡ итә.
— Тоғро юлдашыбыҙ — спорт. Ағайым менән оҙаҡ йылдар футбол менән мауығабыҙ. Физкультура институтына уҡырға инергә лә уйлағайныҡ, атай-әсәйебеҙ, комбинат — ышаныслы эш урыны, тип уйыбыҙҙан ҡайтарҙы. Даими күнекмәләр физик форманы ғына һаҡлап ҡалмай, шулай уҡ ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй, маҡсатҡа ынтылырға, планлаштырылған һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә, — тип билдәләй Руслан. — 2001 йылда республиканан 50-ләп ғаилә ҡатнашҡан “Атай, әсәй һәм мин — спорт ғаиләһе” конкурсында, 2014 йылда мини-футбол буйынса “Мегаволга” бөтә Рәсәй һәүәҫкәр турнирында еңеү яуланыҡ. Хәҙер балалар футбол командаһында тренер булып эшләйем, улым Данил да шунда шөғөлләнә. Бер нисә йылдан уның менән бер командала уйнармын тим. Быйылғы йылдың иң сағыу ваҡиғаларының береһе — комбинат командаһының Ижевскиҙа үткән мини-футбол буйынса “Мечел” дөйөм корпоратив турнирында еңеүе. Ағайым менән йыш ҡына бер командала уйнайбыҙ һәм был турнирҙа ла үҙебеҙҙе яҡшы уйынсы итеп күрһәттек. “Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы” исемен алыу бәхете тейҙе.
Русландың ҡыҙы Юлиә гимнастика менән шөғөлләнә, ә Рөстәмдең балалары — Камил һәм Камила — мәктәпкәсә йәштәге балалар, уларҙы ниндәй спорт төрө күберәк йәлеп итәсәге әлегә билдәләнмәгән.
Игеҙәктәр әүҙем ял итеүҙе өҫтөн күрә. Һал менән ағырға, бәшмәк йыйырға ярата. Белем багажын тулыландырыуҙы дауам итеп, Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында уҡыйҙар. Төрлө сменаларҙа эшләһәләр ҙә, бер-береһе һәм ата-әсәһе менән йыш осрашырға тырышалар. Ғаилә традицияларын хөрмәт итеп, үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ, тип иҫәпләйҙәр.
Урал Закировтың туғаны Илгиз Шәрипов металлургтарҙың техник лицейында слесарь-ремонтсы һөнәрен ала.
— 1999 йылда, эшкә урынлашырға ваҡыт еткәс, тимер юл цехында күсмә составты ремонтлау буйынса слесарь булып хеҙмәт юлын башланым. Тепловоздарҙы, локомотивтарҙы ремонтлағанда ҡорамалдар ҡоролошона иғтибарлы булыу, һәр быуынды айырым тикшереү мөһим, эш процесына һәм алынған һөҙөмтәгә ҡыҙыҡһыныуҙан тыш, тырышлыҡ та кәрәк, — тип аңлата Илгиз Зариф улы. — Тәжрибә, әлбиттә, йылдар менән бергә килә. Уны алырға тепловоздарҙы ремонтлау буйынса мастер Александр Платонов, слесарҙәр Анатолий Серебров, Андрей Копьев ярҙам итә.
Илгиз Зариф улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Почет грамоталары менән бүләкләнә. Ул, Закировтар ғаиләһе ағзалары кеүек үк, комбинат эстафетаһында әүҙем ҡатнаша, баскетбол, волейбол, футбол уйнай.
— Ижевскиҙа уйнағанда ҡустыларым Руслан менән Рөстәм өсөн янып көйҙөм. Афарин! Белорет металлургия командаһы ҡалабыҙҙы данланы! — ти Илгиз.
Закировтар династияһының айырылғыһыҙ һыҙаттары булып даими алға барыу, ҡуйылған бурыстарҙы хәл иткәндә дисциплина һәм яуаплылыҡ тора. Ғаилә ағзалары бер-береһенә иғтибарлы: бергәләп килеп тыуған проблемаларҙы хәл итәләр, бергәләп уңыштарға шатланалар. Маҡсаттар берҙәмлеге һәм шул уҡ ваҡытта һәр кемдең ҡараштарын хөрмәт итеү — династия бәйләнештәрен ныҡлы нығытҡан иң мөһим нәмә.
Источник:
Трускина, Н. Бер хеҙмәт юлы менән: [Белорет металлургия комбинатында эшләүсе Закировтар ғаиләһенең хеҙмәт династияһы] / Н.Трускина. — Текст непосредственный // Урал.- 2024. — 19 июль. — Б. 1, 4.
Бәхет — үҙебеҙҙең ҡулда

Ҡатын-ҡыҙ — донъя тотҡаһы тиҙәр. Ғаилә ҡотон, именлеген, муллығын һаҡлаған да ул. Ғаилә йылы форсатынан файҙаланып, көслө рухлы Эльвира Тимерхан ҡыҙы тураһында булыр был мәҡәләм.
Әҙәм балаһы йәш сағында, уҙған һуҡмағына ла күҙ һалырға онотоп, йылғыр арғымаҡтай алға елеүен белә. Олоғайған һайын уның аҙымы аҡрыная, йышыраҡ артына боролоп ҡарай, үткән юлын барлай башлай. 35 йыл ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп, парлы тормоштоң матурлығын үҙ миҫалдарында раҫлап йәшәгән Эльвира Тимерхан ҡыҙы менән Ғәйсәр Фазлетдин улы Ноғайғоловтарҙың үткән юлы изгелеккә генә күмелгән, уны байҡау тик ҡыуаныс ҡына килтерә уларға тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ.
Тыуған ерен йәмләп, ауыл тормошонда файҙалы эштәр башҡара алыуҙары менән бәхетле улар. Ауылда ойошторолған өмәләр, йәрминкәләр, байрамдарҙың уртаһында ҡайнайҙар. Матур һүҙҙәр һөйләмәйенсә, изге эштәр атҡарған, дан-шөһрәт тә, рәхмәт тә көтмәйенсә, хәләл, выжданлы ғүмер кисергән, хаҡ һүҙҙәр һөйләгән ғаилә улар. Тормош иптәше Ғәйсәр Фазлетдин улына ҡарап, ҡыуанып бөтә алмай Эльвира. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, кешелекле, тоғро, ғаиләһе өсөн йәнен бирергә әҙер ул. Ауылдаштар уларҙың ташып торған күңел йомартлығына, тормошто яратыуына, ғүмерҙең һәр мәленән оло мәғәнә табып йәшәй белеүенә шаһит. Эйе, кешегә ғүмерҙең ҡабатланмаҫ, бер генә бирелгән бүләк булыуын аңлағанға, йөрәк тауышын тыңлап йәшәйҙәр.
Ҡунаҡсыл йорттарынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Балалар, туғандар, туғандарҙың балалары… Эльвира һәм Ғәйсәр бәхетлеләр, икеһе лә күп балалы ғаиләнән. Киң күңелле, үҙендәге йылылыҡты, яҡтылыҡты йәлләмәй башҡалар менән бүлешәләр. Изгелекле, әммә үҙ бәҫен белгән, ныҡлы заттан булғанға, Шәжәрә байрамын да һоҡланғыс итеп үткәреп ебәрҙеләр. Ҡайҙан ғына, кемдәр генә килмәне. Үҙҙәре кеүек тырыш, тормош һөйөүсән, маҡсатҡа ынтылыусан ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Һәр береһе үҙ аллы тормош юлына баҫып, ҡәҙерлеләрен олатай-өләсәй булыу бәхетенә тейендергәндәр. Бигерәк тә бала йәнле улар. “Иң мөһиме, балаларыбыҙ үҙҙәрен бәхетле тойһон: йөҙҙәрендә — йылмайыу, йөрәктәрендә — яратыу, күңелдәрендә — өмөт, ышаныс сатҡылары бер ҡасан да һүрелмәһен, Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан
ташламаһын”, — тигән теләктәр менән үтә уларҙың көндәре.
Ноғайғоловтарҙың балалары ысынлап та маҡсатлы ла, тәүәккәл дә. Оло улдары Азамат Украиналағы махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк яуға китергә әҙер ине. Йылға яҡын уның теләге кисектерелеп торҙо һәм ил һаҡларға үҙ теләге менән юлланды. Ҡыҙҙары Гөлназ Учалы районы Ураҙ ауылы егете менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ашнаҡсы-кондитер һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнеп, бихисап маҡтау һүҙҙәрен ишетеп кенә ҡалмай, ауылдаштарын да ҡыуандыра. Ауылда уҙғарылған һәр байрамға йәм өҫтәп, әҙерләгән һыйҙары етмәй ҡала. Шулай уҡ Гөлназ икенсе йыл инде шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерә. Кесе улдары Рамаҙан ғаилә ҡороп, яратҡан һөнәрен үҙләштереп, Учалы ҡалаһында төпләнгән.
Балалары менән бәхетле Ноғайғоловтар. Тормошто ихлас яратып, уның тик яҡшы яҡтарын күреп, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәргә өйрәнгәндәр. Бер ҡасан да, бер минутҡа ла айырылмаған был парҙың өй эсе лә нурлы, күңелдәре лә бөтөн. Ғаиләлә күңелгә дәрт, беләккә көс өҫтәгән һүнмәҫ һөйөү йәшәй. Ә дәртлеләр, билдәле, тирә-яҡтағыларҙы ла ҡанатландыра, донъяны яҡтыртып йәшәй.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Эльвираның да ғүмер күге гелән генә аяҙ һәм ҡояшлы булмаған. Әсәләре көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсеп, 16 йәшлек ҡыҙ 3 ағаһы, һеңлеһе һәм атаһы менән оло ҡайғынан шаңҡып ҡала. Сермән мәктәбенең X класын тамамлаған ҡыҙ йәшләй генә донъя мәшәҡәттәренә сума. Ағалары ғаилә ҡоралар, һеңлеһе Белорет педагогия колледжын тамамлай.
Изге күңелле, кешелекле Эльвираны яҙмыш эшкә талымһыҙ, ихлас, ярҙамсыл Ғәйсәр менән осраштыра. Булмышында мин-минлеге булмауы, һәр нәмәлә сама белеүе, баҫалҡылығы һоҡландыра Эльвираның. Ауыр саҡтарҙа икеләнмәй таянырлыҡ көслө ҡатынға киләһе ғүмер йылдарының тик ҡояшлы булыуын теләйем.
Зифа КУЖАКОВА, ветеран уҡытыусы.
Исмаҡай ауылы.
Ғаилә нуры – имандан
Йорттарынан да, үҙҙәренән дә нур бөркөлөп торған ғаиләләр бар. Улар һине үҙенә тартып, сафландырып, илһамландырып, ҡанатландырып торалар. Ошо тылсымлы нур быуындан быуынға күсеп килә. Бындай күп кенә матур ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүендә Ҡаҙышта һоҡланғыс ғүмер кисергән Хәжәр Абдулла ҡыҙы Мөхәмәҙиеваның өлөшө ҙур булыуына иманыбыҙ камил.
Оло йөрәкле, матур, бай күңелле, иҫ киткес кешелекле һәм кеселекле ағинәй тирә-яҡ ауылдар халҡына иман нуры өләшеп, ҡанатһыҙҙы ҡанатландырып, сирлеләрҙе шифалы доғалары, үләндәре менән дауалап ҡайтарҙы. Балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә ошо нурға ҡойоноп йәшәгәнлектән, уҡыуҙары ла, эштәре лә, донъялары ла алға бара. Бөгөнгө һүҙебеҙ Уҫманғәлелә ғүмер кисергән ана шундай ғаиләләрҙең береһе, Хәжәр инәйҙең ейәнсәре Гөлсинә Сибәғәт ҡыҙы менән кейәүе Байрас Камил улы СӨЛӘЙМӘНОВтар тураһында.
Утыҙ йыл татыу, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп гөрләтеп донъя көткән ғаилә пары туйҙа таныша һәм бер-береһен бер күреүҙә оҡшатып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Был ваҡытта Байрас Инйәр тимер юлында эш башлаған, ә Гөлсинә мәктәпте тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингән була. Тик йәштәрҙең мөхәббәте көслөрәк булып сыға, ҡыҙ уҡыуын ташлап, Уҫманғәле килене булып китә.

Әммә мәктәптә үк йыр-бейеүгә маһир, эшкә шәп уңған ҡыҙ һис кенә лә үкенмәй, уның хыялдарын улдары, ҡыҙҙары тормошҡа ашыра. Кескәйҙән йырлап-бейеп йөрөгән балалар Инйәр музыка мәктәбенә уҡырға йөрөйҙәр, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, маҡсатлы, рухлы, һәр яҡлап та уңған, тырыш булып үҫәләр.
— Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым, миңә һәр саҡ терәктаяныс булды. Балаларыбыҙ ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Кескәйҙән үҙ аллы булып, эшләп үҫтеләр. Үҙ теләктәре менән Инйәр музыка мәктәбенә йыр-бейеүгә йөрөнөләр, Инйәргә йөрөп эшҡыуарҙарҙың миндеген дә, башҡа кәрәк-яраҡтарын да һатып, аҡса эшләнеләр. Матур итеп өләсәләрен дә ҡараштылар. Уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Аллаһы Тәғәлә бәхеттәрен генә бирһен инде, — ти Гөлсинә Сибәғәт ҡыҙы.
Гөлсинә менән Байрастың бергә йәшәүҙәренә лә 30 йыл булып киткән. “Балаларынан уңған — бәхеткә тулған” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Өфө аграр университетын тамамлаған Алмаз бөгөнгө көндә полиция хеҙмәткәре. Өфө нефть университетын тамамлаған Айбулат Мәскәүҙә эшләй, Айзидә БДУ-ла биолог-генетик һөнәрен үҙләштерә. Әлфинә быйыл мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Өфө Фән һәм технологиялар университетының иҡтисад факультетына юлланырға ниәтләй.
Хеҙмәттән йәм һәм тәм табып йәшәгән ғаилә башлыҡтары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Быға Байрас Камил улының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм миҙалдары дәлил. Ә Гөлсинә Сибәғәт ҡыҙы магазинда, медпунктта намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт яулаған. Оҫта ҡуллы, уңған,һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер торған хужабикәне туғандары, күрше-күлән, ауылдаштар хөрмәт итә. Хәйер, улар күптән инде бер туғандарҙай, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Ғөмүмән,Уҫманғәле халҡы башҡаларҙан нимәһе менәндер айырылып тора. Бында ниндәйҙер бер илаһи көс уларҙы берләштерә, ҡурсалай, алға әйҙәй. Әйҙә, һәр саҡ шулай булып ҡалһын. Илебеҙ ҙә бит шундай матур, һоҡланғыс ғаиләләре менән көслө. Гөлсинә һәм Байрас Сөләймәновтар йөҙөндә барлыҡ ғаиләләрҙе лә Ғаилә,мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайбыҙ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Фотолар ғаилә архивынан
Погонлы династия

Ныҡлы ғаилә бәйләнештәре, йорт һәм күңел йылыһы, яҡын кешеләреңдең мөхәббәте һәм ярҙамы — былар һәр кеше өсөн мөһим. Әммә барыһынан да бигерәк ышаныслы тылға полиция хеҙмәткәрҙәре мохтаж, сөнки уларға көн һайын тормоштоң ҡара яҡтары менән осрашырға тура килә. Уларҙың хеҙмәте күп ваҡыт ала һәм ҡайһы бер тәртип һаҡсыларының шәхси бәхетен тап эш урынында табыуы ғәҙәти күренеш. Шундайҙарҙың береһе, йәш Солтановтар ғаиләһе.
Азалия һәм Денис Солтановтарҙың тандемы әле бик йәш. Улар 2021 йылда таныша. Азалия Вәлиева Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлексәһенең ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан бүлегенә эшкә килә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт өлкән инспекторы булып эшләгән полиция капитаны Денис Солтанов шунда уҡ матур ҡыҙҙы күрә һәм иғтибар күрһәтә башлай. Азалия ла был иғтибарға ыңғай яуап бирә, тиҙҙән симпатия мөхәббәткә әйләнә. Бер-береһенең хистәрен оҙаҡ тикшереп тормай улар, бер-береһен табыуҙарын тиҙ аңлай. Йәштәр туй үткәрә. Был ваҡытҡа Азалия аттестация үтә һәм полиция сержанты дәрәжәһендә бухгалтерҙың финанс эше буйынса кесе белгес булып эшләй башлай. Ваҡыт үтеү менән Солтановтар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға була. Уларҙың ҡыҙы тыуа. Шулай итеп, дөйөм эш урыны ла яңы ғаилә барлыҡҡа килеү урыны булып сыға.
Әгәр полиция хеҙмәтендә булмаһаҡ,бер ҡасан да осрашмаҫ инек, тиҙәр ирле-ҡатынлы Солтановтар. Әгәр ҙә уларҙың һәр береһе икенсе һөнәр һайлаһа, был матур мөхәббәт тарихы булмаҫ та ине бәлки. Ә шулай ҙа эске эштәр органдарында ике герой осраҡлы ғына килеп сыҡмаған. Ысынында Денис менән Азалия унда бер үк юл менән килгән. Уларҙың һәр береһе өсөн был юл яҙмышҡа бәйле була.
Денистың атаһы Дамир Айса улы ғүмер буйы хоҡуҡ һаҡлау органдарында, башлыса ведомствонан тыш һаҡ бүлегендә эшләй. Бер нисә йыл ҡулға алыу төркөмөн етәкләй, ә хаҡлы ялға сығыр алдынан ведомствонан тыш һаҡ бүлегенең үҙәкләштерелгән һаҡлау дежур пункты ярҙамсыһы булып күсә. 2010 йылда милиция прапорщигы дәрәжәһендә хаҡлы ялға китә. Дөрөҫ, эшмәкәр Дамир Айса улы эшһеҙ ултыра алмай. Ул «гражданка»ла ла эшләүен дауам итә. Ҙур хужалыҡ алып бара, егермеләп йылҡы малы тота.
Дамир Солтанов әйтеүенсә, ул улының һөнәр һайлауына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, уға үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә рөхсәт итә. Ә бына Денис Дамир улы атаһының эше уның ғүмерен полиция менән бәйләргә теләүендә ҙур роль уйнаны, тип иҫәпләй. Ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 2017 йылда килә һәм әлегә тиклем туған подразделениеһына тоғро ҡала.
Азалияның хеҙмәт юлы ла бала саҡтан уҡ билдәләнгән була, сөнки, ул хәтерләүенсә, атаһы Альберт Әхмәдин улының иңендә һәр ваҡыт погондар була. Ул эске эштәр бүлегенә
1997 йылда килә, төрлө подразделениеларҙа хеҙмәт итә, һуңғы 24 йылда элемтәсе булып эшләй. Бөгөнгө көнгә тиклем Альберт Әхмәдин улы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегендә махсус элемтә буйынса белгес булып эшләй, коллегалары араһында абруй ҡаҙанған. Буш ваҡытында ул йортон төҙөү менән шөғөлләнә. Полиция капитаны Альберт Вәлиев та ҡыҙына һөнәре тураһындағы ҡарашын көсләп таҡмауын таный, әммә Азалия Альберт ҡыҙы атаһы юлынан барырға ныҡлы ҡарар итә.
Тормош ике полиция династияһын бәйләп, хикмәтле быуындар үрә. Кем белә, бәлки, Вәлиев-Солтановтарҙың өсөнсө быуыны ла үҙ ғүмерен законға хеҙмәт итеүгә бағышларға ҡарар итер. Әммә быға тиклем бик күп ваҡыт бар. Ә әлегә бар ғаилә, яратҡан, йәш ярымлыҡ Адель иң мөһим кешеләренең погондағы йондоҙсоҡтарын ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Ғаилә бәхетенең сере тураһында һорауға Азалия менән Денис бер тауыштан бер-береһен аңлау, хөрмәт итеү һәм яратыуҙан тип яуап бирә. Улар бөтә эш мәсьәләләрен кабинетта ҡалдырырға, ә өйҙә ир менән ҡатын ғына булырға тигән ҡағиҙәне ҡабул итһәләр ҙә, тик хеҙмәттәше генә эштәге тотҡарлыҡтарға, командировкаларға, дежурлыҡҡа, тревога буйынса уятыуҙарға асыуланмаясаҡ. Шулай итеп, эш мәсьәләләре буйынса Солтановтар бәхәсләшмәй, ә инде көнкүреш мәсьәләләре буйынса бигерәк тә. Бергә үткәргән ваҡытты ыҙғыш-талашҡа сарыф итеү бик ҡиммәткә төшә, ти улар.
Ял итеү мөмкинлеге булғанда, Азалия менән Денис велосипедтарында сәйәхәткә сыға. Улар тауҙарға йөрөргә, сәйәхәт итергә ярата. Эштә тупланған стресты тәбиғәт һәм физик әүҙемлек еңеләйтә, тиҙәр. Шулай уҡ Денис мототранспортты хөрмәт итә, «тимер ат» руле артында рәхәтләнеп йөрөй. Әлбиттә, хәҙер Азалия ваҡытының күп өлөшөн бәләкәй ҡыҙына бағышлай, әммә һәр ваҡыт бөтә ғаиләне бер өҫтәл артына йы- йырға мөмкинлек таба. Вәлиевтар һәм Солтановтар, ғәҙәттәгесә, тыуған көндәрен һәм Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн бергә билдәләй.
Источник: Дронова, Г. Погонлы династия: [Белорет ҡалаһынан Солтановтар ғаиләһе] / Г. Дронова. -Текст непосредственный // Урал. -2024. — 5 июль. — Б. 4
Татыу ғаилә — ил күрке!

Һәр төбәктә уңған ғаиләләр бар. Улар матур донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Һәр кемгә үрнәк булырлыҡ ғаиләләр ауылыбыҙҙың биҙәге.
«Атай нигеҙе — кешенең көс йыйыр урыны. Ул һәр кем өсөн ғәзиз һәм яҡын», — ти Раян Рамаҙан улы.
Раян Усманов Уҫманғәле ауылында күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлай, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Белорет металлургия комбинатында эшләй.
Әммә тыуған яҡ, атай нигеҙе үҙенә тарта. Ҡайтып Инйәр урман хужалығында эш башлай. Буласаҡ тормош иптәше Гөлназ менән танышып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешәләр. Бынан 20 йыл элек яҙмыштарын бер бөтөн иткән Усмановтар бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе нигеҙен яңыртып, иркен йорт һалып сығалар. Донъя йөгөн тигеҙ тартып, матур итеп йәшәйҙәр. Йорттарын эстән дә, тыштан да сынъяһау итеүгә, ихаталарын төҙөкләндереүгә бар тырышлыҡтарын һалалар. Йорт хужаһының тырышлығы, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, бар ерҙә тәртип, ихата тулы мал-тыуар.
Әлеге көндә Раян Рамаҙан улы янғын һүндереү участкаһында эшләй. Гөлназ Сәғәҙәт ҡыҙы шәхси эшҡыуар, бөҙрәханала эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы, уңған парикмахерға сәс киҫтереү, буятыуҙы ышанып тапшырған кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. «Иң мөһиме — эшеңде яратып, бар күңелеңде һалып башҡарырға, шул саҡта ғына эшеңдең һөҙөмтәһе үҙеңде лә, клиентыңды ла һөйөндөрөр», — ти оҫта.
Ауылда егәрлелектәре, бөтмөрлөктәре, тырыш булыуҙары менән айырылған Усмановтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Азалия Өфө фән һәм технологиялар университетының II курс студенты, улдары Арыҫлан IX класты тамамлай. Спорт менән дуҫ үҫмер Инйәрҙең хоккей командаһында уйнай. Әлзира III класта уҡый, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Улар ҙа ата-әсәләре өлгөһөндә хеҙмәт һөйөп, буй еткерә.
Был ғаилә ауылда үткәрелгән бөтәсараларҙа ла актив ҡатнаша. Раян гармунда уйнай, Гөлназ йырлай. Ошондай уңған ғаиләләр булғандаауылыбыҙ йәшәр, күркәмлеген юғалтмаҫ.
Источник:
Татыу ғаилә — ил күрке!: [Уҫманғәле ауылынан Усмановтар ғаилһе хаҡында]. -Текст непосредственный // Урал. — 2024. -10 май. — Б. 9.
Любовь прежде всего (семья Татлыбаевых из с. Шигаево)

Останавливаемся в центре села Шигаево и спрашиваем, где живёт семья Татлыбаевых?
– Направо по проулку, – говорят нам. – У них на воротах ромашки нарисованы.
Едем и ищем эти самые ромашки. А они здесь везде! Многие ворота разрисованы национальными орнаментами, в которых непременно значатся эти цветочки. Наконец, ближе к окраине находим нужный нам дом.
Нас встречает Тагир Муждабеевич, глава семьи Татлыбаевых. Следом, откуда-то из подворотни, выходит большая собака. Она не лает на гостей, а смотрит вполне добродушно.
На дверях одной из построек во дворе аккуратно выведено краской: «Кабинет короля».
– Это туалет, вообще-то, – смеется хозяин дома. – Внучки так пошутили.
На стене бани, кстати, внуки нарисовали ребёнка, который весело купается в детской ванночке. А внуков у Тагира Муждабеевича и его супруги Салимы Нагимовны – двадцать!
– Ещё правнук есть, – добавляет хозяин дома.
Салима Нагимовна готовит бешбармак для гостей, одна из её дочек – Гульдар – нарезает домашнюю колбасу из конины. В башкирских селениях не принято отказываться от угощения, поэтому испытываешь неловкость: ведь я приехал не угощаться, а рассказать о замечательных людях, которые умеют быть счастливыми.
На одной из стен в доме висит листок с мусульманской молитвой, рядом – большая открытка с изображением новогодней ёлочки. За окном – февраль, но, похоже, с праздниками в этой семье расстаются не сразу.
Жарко топится печка.
– Скоро обещают газ провести, – произносит хозяин дома.
Передо мной – ряд фотографий детей и внуков. Целая галерея! Салима Нагимовна показывает на фото старшего сына, который сейчас служит в армии. Недавно он приезжал в отпуск. Рассматриваю фотографии, пытаюсь записывать имена, но путаюсь и прекращаю это занятие.
Тагиру Муждабеевичу 68 лет, его супруге – 65. У них четверо своих детей и столько же приемных. Но Татлыбаевы такими формулировками не пользуются: для них все дети родные.
Тагир Муждабеевич всю жизнь работал трактористом, Салима Нагимовна – в культуре, впрочем, и сейчас постоянно участвует во всех сельских праздниках.
Из соседней комнаты выходят внучки Гульзифа и Гулия. Первая вместе с мамой Гульдар приехала из Уфы в гости к бабушке. Вторая живет в Шигаево.
Бабушка забирает у них смартфон и что-то говорит по-башкирски.
Гульдар смеется и переводит:
– Она говорит, чтобы дети сначала выучили башкирскую песню, а потом только будут играть в свои телефонные игрушки.
Салима Нагимовна всю жизнь руководила фольклорным ансамблем «Гульназира», поэтому старается приобщить своих внуков к народной культуре. Те совсем не против. По моей просьбе они дружно исполняют песню, где есть слова о тепле родного очага и добрых бабушкиных руках, в которых всё всегда спорится.
Двое приемных детей сейчас живут вместе с Тагиром Муждабеевичем и Салимой Нагимовной, остальные уже обзавелись своими семьями, причем семьи эти, как правило, становятся многодетными.
– Зачем вам это надо? – задаю я банальный и обывательский вопрос.
Я имею в виду – зачем брать в семью приемных детей, если есть свои, причем их четверо?
– Люблю! – коротко бросает Салима Нагимовна, несколько недоуменно посмотрев на меня.
Много приходится слышать о том, что приемные семьи создаются исключительно для дополнительного дохода. Якобы для некоторых это денежное содержание становится основным заработком. А я предлагаю сторонникам подобных убеждений чаще бывать в таких семьях, чтобы увидеть, сколько труда, любви, терпения необходимо от родителей, чтобы, кроме своих, поднять на ноги ещё и приемных детей. Впрочем, повторюсь, что понятия «свои» и «чужие» в таких семьях не приемлются. Если родителями начинают двигать исключительно деньги, а не любовь, то ничего не получится! Любой самый тяжкий труд где-нибудь на северной вахте покажется сказкой по сравнению с теми усилиями, которые надо прилагать для создания благоприятной обстановки в приемной семье.
– К приёмным надо относиться даже лучше, чем к родным, – произносит Салима Нагимовна.
Она ставит на стол глубокую тарелку с бешбармаком и добавляет:
– А они для нас все родные…
– У меня самой пятеро детей, – рассказывает Гульдар, дочь Татлыбаевых, приехавшая в гости к своим родителям. – Мы никогда не делились на родных и приемных, все считаем себя родными братьями и сестрами. У нас замечательные родители. Они всем стремятся помогать: и знакомым, и незнакомым.
В доме у Татлыбаевых всегда много гостей.
– У нас на Новый год собралась почти вся семья, – рассказывает молчавший до этого Тагир Муждабеевич. – Тридцать девять человек! Пришлось около печки еще один стол ставить, чтобы всех усадить.
– О чем вы мечтаете? – спрашиваю у хозяев.
– Да мы и так счастливы! – произносит кто-то из них.
А Салима Нагимовна дополняет:
– Хочу, чтобы появились новые фотографии, – она показывает на домашнюю фотогалерею. – Чтобы Дарина удачно замуж вышла, чтобы Денис женился. Пусть у них тоже будут многодетные семьи. А у нас – ещё больше внуков.
Источник:
Татлыбаев, Т. М. Любовь прежде всего : [беседа с семьей Татлыбаевых из с. Шигаево / записал И. Калугин] / Т. М. Татлыбаев, С. Н. Татлыбаева. – Текст : непосредственный // Белорецкий рабочий. – 2024. – 16 февраля. – С. 5.
Семья Светланы и Флюза Галимовых

У супругов из Азналкино семеро детей. Они участвовали в конкурсе «Образцовая семья — 2024», организованном журналом «Шонкар». Кстати, из всех семей республики, которые боролись за победу, они вошли в пятёрку лучших, заняв третье место.
Старший сын Чингиз в прошлом году поступил в Уральский институт Государственной противопожарной службы МЧС России в Екатеринбурге. Ильшан получает профессию электрика в Белорецком металлургическом тезникуме. Рената, Аслан и Самира учатся в Белорецком лицее-интернате, а младшие — Рамина и Камиль — пока ходят в ясли.
Сама Светлана росла в приёмной семье. Своих родных маму и папу не знает. Когда-то 8-месячную девочку нашли прямо на улице, лежащей на топчане. Это было в конце 80-х годов в кишлаке Гигант в Узбекистане. У семейной пары Мафтухи Юнусовны Сулеймановой и Шагивалея Шагибаловича Ялмурдина своих детей не было, и они решили удочерить девочку.
Свете было два года, когда семья уехала из Узбекистана, перебралась на родину, в Башкирию, и поселилась в деревне Сатра, что рядом с Серменево. Мама устроилась работать дежурной по станции, папа был уже на пенсии. Он вёл домашнее хозяйство, ухаживал за скотиной. Когда девочка подросла, ей пришлось ходить в школу в Серменево, ведь в Сатре учиться было негде.
Как оказалось, с будущим мужем Светлана познакомилась еще в детстве. В то время в Сатре находилась ферма «Яндык», из Азналкино на работу туда приезжала доярка, которая брала сына с собой, чтобы тот был под присмотром. Там ребята и познакомились, начали дружить, а когда Светлане исполнилось 17 лет, решили пожениться. Стали жить с мамой мужа в Азналкино, через год у Галлямовых родился первенец. Прошло еще 18 лет. Сейчас у 37-летней Светланы и 40-летнего Флюза семья состоит из девяти человек. В прошлом году Галимовы из села перебрались в Белорецк. Светлана устроилась в кулинарию, Флюз зимой трудится на пилораме, а когда начинается сезон, работает на строительных площадках.
— Я с детства мечтала о большой семье, — рассказала Светлана. — Муж у меня добрый, мягкий, дети его очень любят. И он их любит, как только день зарплаты — балует ребят гостинцами. В семье у нас все помогают друг другу. Мы с мужем стараемся развивать своих детей. По характеру они все разные, поэтому и занятия у каждого свои. Рената с Самирой танцуют, Ильшан увлечён футболом и хоккеем, Аслан — ходит в секцию плавания и занимается борьбой на поясах. А вообще, живём мы дружно.
Желаем супругам Галимовым оставаться крепкой скалой, зачищающей свою семью от невзгод. Любви вам, здоровья, достатка и совместного развития.
Источник:
Седова, Н., Анисимова, Ю. Остановись, мгновенье…[о начале новой рубрики «Красивая семья» в газете «Белорецкий рабочий»; о семье Галимовых] / Н.Седова, Ю.Анисимова // Белорецкий рабочий. 2024. -5 апр. — С. 12.
Семья Анастасии и Дияза Такиуллиных
Хотим рассказать о семье Такиуллиных, где оба супруга работают в скорой помощи.
Дияз и Анастасия познакомились в Белорецком медицинском колледже, ребята вместе ходили в секцию волейбола. Девушка приехала из Учалов, парень – из Серменево. Чувства вспыхнули сразу. Дияз был на два года старше и после окончания колледжа уехал служить в Ставрополь. По возвращению, когда Настя закончила учёбу, молодые поженились.
Будучи студентом четвёртого курса, Дияз подрабатывал санитаром на скорой помощи. Смышлёного парня сразу заметили, и когда он вернулся из армии в 2013 году, его пригласили работать фельдшером. С тех пор Дияз Загирович так и работает в скорой помощи. Правда, один раз пришлось уволиться — в 2022 году Дияз заключил контракт с Министерством обороны и на семь месяцев уехал добровольцем на СВО – в отряд спецназа внештатным санитарным инструктором. На вопрос: «Почему решил поехать?», Дияз скромно ответил: «Патриотизм. Хочется отдать долг Родине. Мой дед воевал».
Вернувшись с СВО, Дияз Такиуллин вышел на любимую работу. Он снова выезжает на вызовы, оказывает первую медицинскую помощь нуждающимся и испытывает от этого радость. Говорит, что это работа его души. Дияз всегда с удовольствием учувствует во всех турслётах, спортивных соревнованиях за команду скорой помощи, выезжает на республиканские соревнования, бегает, стреляет, ездит на лыжах.
Жена, Анастасия Сергеевна, медсестра скорой помощи – укомплектовывает чемоданы с лекарствами для выездных бригад. Супруги воспитывают двоих детей, живут душа в душу.
Ныҡлы ғаилә — тормош нигеҙе: Шаһияздановтар ғаиләһе тураһында.
Крепкая семья – основа жизни: о семье Шагияздановых.
Өлгөлө ғаиләләрҙең ныҡлығы бер — береңде ихтирам, хөрмәт итеүҙән килә. Беҙҙең матур тәбиғәтле Белорет ерендә күп балалы, бар яҡтан һәләтле, татыу Ғәзим һәм Ләйсән Шаһияздановтар ғаиләһе бар. Улар 19 йыл бергә ғүмер итәләр һәм баһадирҙай Ильяс, Әмир, Динир исемле өс ул тәрбиәләйҙәр.
Ғаилә башлығы Белорет металлургия комбинатында смена начальнигы, ә инде Ләйсән Абдулхай ҡыҙы Белорет ҡалаһының 5 -се һанлы «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһында иң кескәйҙәр төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләй.
Был матур ғаилә балаларын башҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә тырышалар. Малайҙар барыһы ла Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының уҡыу алдынғылары, ә инде Ильяс гимназия президенты.


Талантлы, һәләтле бер туғандар Белорет «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театрында шөғөлләнәр һәм халыҡ һөйөүен яуларға ла өлгөргәндәр. Күптән түгел ҡуйылған «Урал батыр» эпосында Әмир менән Динир Шүлгән менән Уралдың бәләкәй сағын, ә Ильяс Уралды уйнап матур сығыш яһанылар. Ошо эпос менән Өфө ҡалаһында гран-при яуларға ла ирешәләр. Ильяс «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса ла күп ярыштарҙа ҡатнашып юғары исемдәр яуланы, Айнур Асҡаровтың «Өс таған» киноһында Вәзир ролен тауышландырҙы. Тырыш, аҡыллы егеттәрҙең уңыштарын һанап та бөтөрлөк түгел. Ильяс, Республика кимәлендә үткәрелгән Ғата Сөләймәнов исемендәге «Ҡурай байрамы»нда ла уңышлы сығыштар яһаны, «Урал батыр вариҫы» муниципаль бәйгеһендә гран-при яуланы. Ильяс, өлкән бала булараҡ, ҡустыларына бар яҡлап өлгө күрһәтә, ҡурай класын да ҡыҙыл аттестат менән тамамланы, Динир ҡустыһы ла ағайы юлын һайлап ҡурай класында шөғөлләнә, ә инде Әмир художество мәктәбенә йөрөй.
Шаһияздановтар ғаиләһе балаларын башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, ғөрөф- ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғәзим Минниғаяз улы ғаилә лә өлгөлө, абруйлы атай, ә инде бар ергә лә өлгөргән, уңған, ғаилә усағын һаҡлаусы Ләйсән Абдулхай ҡыҙы хәстәрлекле хужабикә, һөйөклө әсәй, ҡатын, эшендә — хөрмәтле педагог. Был татыу ғаилә бар яҡтан да уңған: баҡса үҫтерәләр, ҡош — ҡорт тоталар, емеш — еләк һатып та кәсеп итәләр. Ошондай ғаиләләр күберәк булғанда илдең бөгөнгөһө, киләсәге буласаҡ.
Вот такая семья — семья Шагияздановых живет в красивой белорецкой земле. Газим и Лейсан Шагияздановы вместе уже 19 лет и воспитывают замечательных троих сыновей: Ильяс, Амир и Динир.
Глава семьи Газим Миинигаязович работает начальником смены на заводе, а Лейсан Абдулхаевна — воспитатель детского сада № 5 «Ромашка» г. Белорецк. Они со всех сторон поддерживают своих детей, стараются, чтобы они разговаривали на башкирском языке, не забывали свой язык, уважали прошлое своих предков.
Все сыновья учатся в башкирской гимназии им. Я. Хамматова г. Белорецка, все являются хорошистами, отличниками. Старший сын Ильяс, ученик 11 класса — президент гимназии.
Талантливые дети Шагияздановых занимаются в башкирском народном театре «Иремель» и уже успели завоевать любовь зрителей. В недавно поставленном спектакле «Урал — батыр» Амир и Динир сыграли роли Шульгана и Урала в детстве, а Ильяс — взрослого Урала. Этот эпос был показан в Уфе, они завоевали Гран — при. Ильяс наизусть декламировал эпос «Урал — батыр» во многих конкурсах и завоевал призовые места. Роль Вазира озвучивал в фильме «Таганок» Айнура Аскарова.

Не перечислить достижения Ильяса! Очень удачно выступил на курае в празднике «Курай — байрамы» им. Гаты Сулейманова в Республиканском масштабе, в муниципальном конкурсе «Наследник Урал — батыра» завоевал Гран — при. Ильяс, как старший брат, со всех сторон является примером для своих меньших братьев. Класс курая окончил на красный аттестат. Динир тоже выбрал курай, занимается в классе курая, а Амир посещает художественную школу.
Газим Миннигаязович в семье образцовый, авторитетный отец, а всеуспевающая, трудолюбивая, хранитель семейного очага Лейсан Абдулхаевна — заботливая хозяйка, любимая мама и жена, на работе — уважаемый педагог.
Это дружная семья со всех сторон примерная, удачливая. Они много чего выращивают в своем огороде, разводят птицу, иногда, при возможности, летом занимаются сбором и продажей ягод.
Если таких семей будет много, тогда можно не бояться за сегодняшнее и будущее.
Не зря же в пословице говорится: «Где семья дружна, не страшна беда».



Ғаилә — ырыҫ, ҡот, бәхет һаҡлап тотор хазина
Үҙ мәшәҡәттәре, шатлыҡтары менән йәшәгән, тормошто һәм бер-береһен яратҡан, үҙҙәренән йылылыҡ, тыныс, ғаилә бәхете бөркөлгән КАМАЛЕТДИНОВТАРҙың йәш ғаиләһе тураһында һүҙебеҙ.

Ҡалабыҙҙа башҡорт рухын, мәҙәниәтен күтәрәм тип йөрөгән Лилиә Камалетдиноваға ғаиләһе тураһында яҙыу ниәтен белдергәс, башҡортҡа хас тыйнаҡлыҡ менән: “Беҙҙән дә өлгөлө, матур ғаиләләр бар бит”, — тигәйне. Эйе, район-ҡалала парлы ғүмер кисергән, күп йылдар бергә татыу йәшәгән, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған олпат, ихтирамлы ғаиләләр күп. Уларҙың үҙ йәшәү тәжрибәһе, йәштәр ҙә бындай ғаиләләрҙең аҡыллы кәңәштәренә мохтаж. Йәштәр миҫалында ла ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләгән, заман менән бергә атлағандарҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Улар араһында ла өлгө алырлыҡтары бихисап.
Лилиә Белорет ҡала лицей-интернатында, һуңынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында белем алғандан һуң, илебеҙҙең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарына инеп, студент тормошо уртаһында ҡайнай. Рәсәй дәүләт гуманитар университетының Мәғлүмәт фәндәре һәм хәүефһеҙлек технологиялары институты студенты, республика гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү түңәрәгенә йөрөп, 2013 йылда “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының гран-приһына лайыҡ булған ансамбль бейеүсеһе, Мәскәүҙә лә юғалып ҡалмай.
Тырышып уҡыуынан тыш, “Алтын ай” бейеү ансамблендә конкурс-фестивалдәрҙә, баш ҡалала ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға (әйткәндәй, гимназияны ла алтын миҙалға бөтә) тамамлап, бер нисә йыл Мәскәүҙә эшләй. 2016 йылда Боғанаҡ егете Вадим менән сәстәрен сәскә бәйләй. Бер нисә йылдан йәштәр, ғаилә башлығының Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты булыу сәбәпле, Белоретҡа күсеп ҡайта. Йәш ғаилә булараҡ дәүләт программаһы һәм атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы менән фатир алыуға өлгәшә.
Бәләкәй Шамил менән декрет ялында булыуына ҡарамаҫтан, матурлыҡҡа, нәфислеккә ынтылған, тырыш Лилиә “Йыһан” башҡорт бейеүҙәре студияһын да асып ебәргән. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зауыҡлығын, нескәлеген күрһәткән бейеүҙәребеҙҙе төрлө йәштәге гүзәл заттар өйрәнә һәм был мөхиттә тормош мәшәҡәттәренән бер мәлгә булһа ла айырылып тора.
Икенсе яртыһы Вадим да ғаиләнең ҡурсалаусыһы һәм таянысы.Оҫта ҡуллы ғаилә башлығы быға тиклем “Железный двор” йәмғиәтендә эшләһә, әле заказдар буйынса урынға сыға. Алты йыл элек донъяға килгән Камил, әле бер йәшен дә тултырмаған бәләкәй Шамил да татыу һәм бер-береһенярты һүҙҙән аңлап торған ғаиләләүҫә. Уландарҙы тәрбиәләүҙә Лилиә менән Вадим бер-береһенә ҡаршы килмәй, ә киреһенсә, ярҙам итергәтырыша. Берәүһе нимәнелер тыйһайәки, киреһенсә, рөхсәт итһә, икенсеһе лә уның менән тулыһынса килешә. Хәҙер йәштәр балаларының киләсәген алдан хәстәрләй. Лилиә һәм Вадим Камалетдиновтар балаларының яуаплы һәм рухи үҫешкән, камил кеше булып үҫеүентеләй. Өлкәндәре Камил менән дәтөрлө темаларға күп һөйләшәләр, яҡшы һәм кире һыҙаттарына иғтибар итәләр, тормошҡа ҡарашын үҫтерәләр. Камил менталь арифметика менән шөғөлләнеүҙән тыш, көрәш, ҡаяға үрмәләү буйынса, робототехника секцияларына, ҡала музыка мәктәбенә йөрөй. Тырыш малай “Бэби-клуб”ҡа йөрөргә лә ваҡыт таба. Шиғыр һөйләргә ярата ул. Күптәр уны социаль селтәрҙәрҙә тасуири, йөрәктәргә үтерлек итеп һөйләгән шиғырҙары аша ла белә.
Ғаилә бергә үткәрелгән һәр көндө ҡәҙерләй, шуға күрә буш ваҡыттарын бергә үткәрергә тырыша.Боғанаҡта йәшәгән өләсәй-олатайҙарына, әсәй-атайҙарына баралар,тәбиғәткә сығалар.

Александр Тагиров и Галина Богомолова – образцовая семья, где царит любовь, понимание, верность.
Галина Евгеньевна – именитая спортсменка, участница трёх Олимпийских игр (2000, 2004, 2008), пятикратная чемпионка России, рекордсменка России в беге на 25 и 30 км по шоссе и марафоне.
Сейчас она тренер Белорецкой спортивной школы олимпийского резерва, а Александр Талгатович – учитель физкультуры в 14-ой гимназии, тренер по легкой атлетике в Белорецкой спортшколе олимпийского резерва.
Начали дружить после окончания школы, почти 30 лет назад.
«Я сказала Саше, что замуж за него не выйду, пока не выступлю на Олимпийских играх, в 2000 году съездила в Сидней на Олимпиаду и уже в 2001 мы поженились»,- вспоминает Галина.
В семье трое детей — Никита, Ксения и Степан. Старший сын и дочка пошли по стопам родителей, у обоих первые взрослые разряды по легкой атлетике. Ксения в 13 лет в прошлом году стала победительницей Первенства России U16 в беге на три тысячи метров. Тренирует девочку мама. Младшему сыну девять лет, он увлекается пулевой стрельбой.
Галина Евгеньевна считает, что приучить детей к спорту можно только личным примером, заставить невозможно.
Александр и Галина активные и жизнерадостные, никогда не сидят на месте. Кроме занятий спортом летом занимаются на даче, собирают грибы и ягоды, сушат целебные травы.
Есть в семье и свои правила: взаимная поддержка и понимание. Где-то уступать, обходить острые углы. И смотреть не только друг на друга, но и в одном направлении. Хорошо, когда есть общие интересы, одинаковые вкусы и взгляды на жизнь
Из интересных традиций — поздравлять членов своей семьи с днем рождения в семь утра с подарками и сюрпризом.
Вместе смотреть соревнования по телевизору, помимо легкой атлетики, биатлон и хоккей.
Ғаиләһе ныҡтың — иле ныҡ

Холоҡ-фиғел, төҫ-ҡиәфәт, донъяға ҡараштары, маҡсаттары арҡылы бер бөтөндәй дан ғаилә — Гөлфирә һәм Азамат ИШМӨХӘМӘТОВтар ҙа бер-береһе өсөн генә яратылған тиерһең. Әйткәндәй, студент йылдарында поезд вагонында танышып, дүрт йыл самаһы дуҫтарса ғына аралашҡан йәштәр асылда бер-береһе өсөн тәғәйен йәр булыуҙарын юғары уҡыу йортон тамамлағас ҡына аңлай…
Гөлфирә — Шығай ҡыҙы, Азамат Учалы районы Яңы Оҙонгүл ауылынан. Белоретта төпләнергә ҡарар иткән маҡсатлы, тырыш, йүнсел парға хәләл көс арҡылы донъя өйөү, һайлаған йүнәлештәре буйынса юл ярыу бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған Азамат Рәжәп улы бына инде ике тиҫтә йыл район-ҡала эске эштәр бүлегендә хеҙмәт бурысын атҡара. Үҙ эшен белеп, намыҫлы башҡарған полиция майорын — енәйәтте тикшереү бүлексәһенең өлкән оперуполномоченныйын олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихтирам итә.
Башҡорт дәүләт университетының география факультетында, ситтән тороп республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алған Гөлфирә Ғафур ҡыҙы 17 йыл урындағы Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтендә эшләй. Заман менән бер ҡатар атлаған зирәк, отҡор йәш ҡатын бөгөн бөтөнләй икенсе юҫыҡта һөнәр үҙләштереп, онлайн-мәктәптә куратор, остаз вазифаһын башҡара.
Мөхәббәтле, бәхетле ғаиләне ырыҫ-бәрәкәткә күмеп, бер-бер артлы өс бала — Искәндәр, Нурия, Нуриман донъяға килгән. Искәндәр 17-се гимназияның VII класында уҡый. Бәләкәйҙән спортты үҙ иткән, яҡшы өлгәшкән үҫмер ҡалалағы “Талант” балалар футбол мәктәбендә шөғөлләнергә лә, район-республика спорт ярыштарында ҡатнашырға ла өлгөрә.
— Өгөт-нәсихәт менән генә бала тәрбиәләп булмай. Иң элек, атай-әсәй үҙенең эш-ғәмәлдәре, шөғөл-ғәҙәттәре арҡылы ул-ҡыҙҙарына үрнәк булып тора. Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух, бөтөн ғаиләбеҙ менән спорт яратабыҙ. Азамат эштән һуң волейбол, футбол уйнаһа, мин иһә тау саңғыһы спортын үҙ итәм. Йәйгеһен бөтөн ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында палаткалар ҡороп ял итеү, балыҡ тотоу, тау-урмандар гиҙеү, Башҡортостаныбыҙҙың күркәм урындарына сәйәхәт ҡылыу изге йолаға әүерелгән, — ти Гөлфирә эске бер ҡәнәғәтлек менән.
Алты йәшлек Нурия ла ғәйәт әүҙем, зирәк ҡыҙ. Мәктәпкә барырға ғына йыйынһа ла, уҡыйяҙа белә, матур итеп һүрәттәр төшөрә, әсәһе кеүек ҡул эштәренә лә һәләк маһир. Апайы менән ағаһынан өлгө алып, иркәләнеп, бәләкәстәре Нуриман да үҫеп килә.
Донъяға, кешеләргә ҡарата ихлас, игелекле, һәр саҡ позитив фекер йөрөткән йәштәрҙең бер-береһен күҙ ҡараштарынан уҡ аңлап, хуплап тороуы ҡыуандырҙы. Һәр ғаиләгә хас көрсөктәрҙе, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, хис-тойғоларының сафлығына, мөнәсәбәттәренең ныҡлығына инанған улар. Уртаҡ тормош ҡороуҙарына ла әҙ ҙә, күп тә түгел — теүәл 15 йыл. Туғанлыҡты, ғаилә ҡиммәттәрен һанлау, милли йола-ғәҙәттәргә таяныу ҙа нигеҙ ҡотон, ырыҫын һаҡлайҙыр, күрәһең…
Источник:
Сөләймәнова, Н. Ғаиләһе ныҡтың — иле ныҡ: [Белорет ҡалаһында йәшәүсе Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе хаҡында] / Н. Сөләймәнова. — Текст непосредственный // Урал. — 2024. — 5 ғин. — Б. 1-2.
Баймырҙиндар «Йәш ғаилә» конкурсы еңеүсеһе
Башҡортостанда “Йәш ғаилә-2023” республика йәштәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы 21 декабрҙә “Торатау” Конгресс-холында үтте.

Белореттан Баймырҙиндарҙың күп балалы ғаиләһе еңеүсе булды. Ете йыл бәхетле никахта йәшәгән Нәркәс һәм Айнур өс улға әсәй һәм атай. Алмаз менән Ирхан конструкторлыҡ һәм робототехника менән мауыға, Иҙел һүрәт төшөрөргә һәм уҡырға ярата.
Уларҙың ғаилә берҙәмлеге, тәбиғәткә һөйөү, милли традицияларҙы хөрмәт итеү нигеҙҙендә ҡоролған. Баймырҙиндар әйтеүенсә, ғаилә бәхетенең сере, тәү сиратта, бер-береңде яратыуҙа, үҙ-ара аңлашыуҙа, хөрмәт һәм ярҙам итеүҙә тора, Һәм, әлбиттә, тоғролоҡта, сөнки ышаныс нигеҙендә төҙөлгән мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт ныҡлы буласаҡ. Тәбиғәттә бергә ваҡыт үткәреү ғаилә традицияһы ғаилә бәйләнештәрен нығытыуҙан тыш, балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә ҡарата яуаплылыҡ һәм иғтибар тәрбиәләй.
Баймырҙалар ғаиләһен республика конкурсында Белорет районын лайыҡлы күрһәткәне өсөн ҡотлайбыҙ! Ғаилә усағығыҙ һаулыҡ, именлек һәм күңел йылыһы менән тулһын, һәм бөтә изге эштәрҙә уңыштар юлдаш булһын!
Служба Семьи в Белорецком районе
Мы предлагаем свою помощь:
- семьям с несовершеннолетними детьми, находящимися в трудной
- жизненной ситуации;
- многодетным семьям;
- семьям с приемными и опекаемыми детьми;
- несовершеннолетним, находящимся в социально опасном положении, оставшимся без попечения родителей;
- женщинам, оказавшимся в трудной жизненной ситуации или подвергшимся психофизическому насилию;
- гражданам, зависимым от психоактивных веществ и др.
Отделение оказывает следующие услуги:
- Первичный прием граждан и консультирование граждан по вопросам социального обслуживания.
- Признание граждан нуждающимися в социальном обслуживании.
- Содействие в оформлении документов в дом – интернат граждан пожилого возраста (старше 80 лет) и инвалидов (I группа) нуждающихся в постоянном постороннем уходе и наблюдении.
- Содействие в оформлении документов для создание приемной семьи.
- Социальная помощь
в оформлении и восстановлении утраченных документов;
в устройстве ребенка в дошкольное образовательное учреждение;
в подготовке документов для подачи в государственные или муниципальные органы, организации и (или) суды;
в организации культурно-массовых, досуговых и спортивных мероприятий для несовершеннолетних;
в получении срочных социальных услуг.
- Психологическая помощь
оказание экстренной психологической помощи детям в кризисных ситуациях.
выявление ситуаций социального неблагополучия, случаев жесткого обращения и насилия над детьми;
профилактика девиантного поведения подростков;
проведение психологического консультирования ребенка и членов его семьи;
kc46.mintrudrb.ru
Открыто Закроется в 20:00
улица Карла Маркса, д. 46, Белорецк
